Рәсәйҙә ислам: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
26 юл:
 
XVIII—XIX быуаттарҙа Рәсәй империяһы составына башлыса мосолмандар йәшәгән Төньяҡ Кавказ территориялары индерелә.
 
1917 йылдың 1-11 майында [[Мәскәү|Мәскәү]]ҙә Асадуллаев йортонда үтә [[Бөтә Рәсәй мосолмандары съезы]]. Съезды үткәреү өсөн урынды Асадуллаевтың улы бирә. Был съезд алдағы Түбәнге Новгородта һәм Санкт-Петербургта [[1905]]—[[1906]] һәм [[1914 йыл]]дарҙа үткән дүрт Бөтә Рәсәй мосолмандар съездарының дауамы була. Нумерацияның айырмаһы 1917 йылдағы Октябрь революцияһынан һуң съездарҙың нумерацияһын яңынан башлау менән бәйле<ref name="Хайретдинов">Ислам в Москве: энциклопедический словарь / Коллект. автор. Сост. и отв. редактор — Д. З. Хайретдинов. — Н. Новгород: Издательский дом «Медина», 2008.</ref>. Съезды үткәреү инициаторы IV саҡырылыш Дәүләт думаһының мосолман фракцияһы була. Съезды саҡырыу буйынса ҡарар 1917 йылдың мартында Санкт-Петербургта кәңәшмәлә ҡабул ителә.
 
2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, [[татарҙар]] хәҙерге Рәсәйҙә йәшәгән милләттәр араһында һаны буйынса икенсе урынды биләй (5,5 миллиондан ашыу кеше). Татарҙар Рәсәй мосолмандарының да күп өлөшөн алып тора һәм донъялағы мосолман халыҡтарының иң төньяҡтағыһы һанала. Татар ҡатын-ҡыҙҙары үҙ халҡының ижтимағи тормошонда йыш ҡына мөһим урын биләгән. Дәүләт башлығы булған тәүге мосолман ҡатындарының береһе Сөйөмбикә XVI быуатта [[Ҡазан ханлығы]]нда батшалыҡ иткән.