Торатау (гәзит): өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ |
|||
19 юл:
== Тарихы ==
«Торатау» урыҫ гәзитенең тулыһынса дубляжы ролен башҡарһа ла, башҡорт редакцияһы хеҙмәткәрҙәре башҡорт гәзитен алдырып уҡыусылар өсөн мөһим булған ҡала һәм район яңылыҡтарын да ҡуйып ебәрергә тырыша. КПСС ҡала комитеты һәм Ишембай ҡала Советы башҡарма комитеты бындай «баш-баштаҡлыҡҡа» юл ҡуйырға теләмәй, әлбиттә.
Редакция бигерәк тә йәштәрҙе, өлкән класс уҡыусыларын гәзиткә мәҡәләләр яҙыуға ылыҡтырыу буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эшләй. Ай һайын тик йәш хәбәрселәрҙең мәҡәлә, шиғырҙары ғына тупланған «Елкән» бите донъя күрә. Ул йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының «Башҡорт филологияһы һәм журналистика» факультетына йыл һайын Ишембай тарафтарынан кәмендә 4-5 мәктәп тамамлаусы уҡырға инер була. Әлеге ваҡытта республика матбуғат сараларында, республикабыҙҙың ҡала һәм райондары баҫмаларында эшләп йөрөгән журналист-яҡташтарыбыҙҙың тәүге мәҡәлә, шиғыр, хикәйәләре тап «Торатау»ҙа донъя күрә һәм уларҙың буласаҡ яҙмышын билдәләй.
|