Дайҙар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
16 юл:
 
== Башҡорттарҙың этногенезында роле ==
[[Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы|Н. А. Мәжитов]] буйынса, даик ҡәбиләләрҡәбиләләренең берләшмәһе [[башҡорттарҙың этногенезы]]нда әүҙем ҡатнашҡан.
 
[[Йосопов Ринат Мөхәмәт улы|Р. М. Йосопов]] фекеренсә, [[башҡорттар]]ҙың «[[иштәк]]» этнонимы үҙенең сығышы менән дахтарға бәйле. Иштәк — хешдектәрҙең (йәки хешдахтарҙың) төркиләштерелгән формаһы булып тора, ул [[фарсы теле]]нән «туған», «тоҡом», «бөйөк, ҡеүәтле дахтарҙың, дактарҙың туғаны», бында «хеш» — «туған, тоҡом», ә «дах», «дак», «дау» — «бөйөк»<ref name="Йосопов" /><ref>{{статья|автор = Антонов И. В.|заглавие= Р. Г. Кузеев о проблеме ранних тюрков в Волго-Уральском регионе|ссылка=http://vatandash.ru/index.php?article=2200|язык= |издание = [[Ватандаш]] |тип = |год = |том= |номер= |страницы= |doi= |issn = 1683-3554}}</ref>.
24 юл:
Археолог К. Ф. Смирнов фаразы буйынса, Көньяҡ Уралда иртә тимер быуатта йәшәгән, савромат һәм сармат археологик мәҙәниәттәрен йөрөтөүселәре булараҡ билдәле булған, ҡәбиләләр «[[Авеста]]» текстарында телгә алыныуы мөмкин, ә антик авторҙары хеҙмәттәрендә «дай/дах/дак» тигән дөйөм исем аҫтында күрһәтелеүе мөмкин. М. И. Ростовцев һәм С. П. Толстов ошондай уҡ ҡарашлы булғандар. К. Ф. Смирнов үҙенең картаһында даик/дах ҡәбиләләрен [[Яйыҡ]] йылғаһы бассейнында урынлаштырған. Ошо уҡ картала төньяҡта Геродот телгә алған исседондар (Яйыҡ/Даик йылғаһының үрге ағымында [[Урал тауҙары]]ның ике битләүҙәре буйлап), ә улар эргәһендә фиссагеттар, [[аргиппейҙар]] һәм аримасптар күрһәтелгән. К. В. Сальников буйынса [[Иҫәт]] йылғаһының атамаһы исседон ҡәбиләләренә бәйле<ref name="Даики"/>.
 
С. Е. Малов, [[Кейекбаев Жәлил Ғиниәт улы|Ж. Ғ. Кейекбаев]], [[Баскаков Николай Александрович|Н. А. Баскаков]] һәм башҡалар буйынса скиф[[скифтар]] осорондағы Көнсығыш Европаның көньяҡ өлөшө күсмә ҡәбиләләре араһында боронғо төкитөрки теле өҫтөнлөк иткән һәм ошо ваҡытҡа ҡарай [[башҡорт теле]] айырым тел булып киткән. [[Руденко Сергей Иванович|С. И. Руденко]] буйынса [[башҡорттарҙың этногенезы|башҡорт халҡы этногенезының]] төрки ядроһы беҙҙең эраға ҡарай ойоша һәм киләһе быуаттарҙағы ҡатмарлы ваҡиғалар [[башҡорттар]]ҙың физик тибын да, телен дә, көнкүрешен дә үҙгәртмәгән. Руденко фекеренсә, был этник ядроның төп компоненты Геродот тарафынан һынап үтелгән Көньяҡ Урал далаларының күсмә ҡәбиләләре булған, билдәле булыуынса улар араһында һан буйынса даикҙар өҫтөнлөк иткән. Был фекер менән К. Ф. Смирнов килешкән<ref name="Даики"/>.
 
[[Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы|Н. А. Мәжитов]] фекеренсә, беҙҙең эраға тиклем V—II быуаттарҙағы даик (прохоровка) археологик мәҙәниәтенә Филипповка, Прохоровка, Иҫке Ҡыйышҡы, Бишуңғар, Переволочан һ.б. ҡурғандары ҡарай. Археологик мәғлүмәттәр буйынса Көньяҡ Уралда ҡула быуатынан алып XV—XVI быуаттарға ҡәҙәр ҡала-ҡәлғәләр булған. Көньяҡ Уралда даик ҡәбиләләре яйлап ултыраҡ тормошҡа күсә, ҡала-ҡәлғәләр төҙөй һәм төбәк халҡының формалашыуында әүҙем ҡатнашҡан. дайҙар дәүерендә Көньяҡ Урал төбәге [[Хәрәзм]] составында булыуы мөмкин, был археологик материалдарҙан тыш, тура тарихи паралелдәр менән дәлилләнә. Беҙҙең эраның башында Ҡаңгөй ([[Ҡаңлы]]лар дәүләте) Урта Азиянан тыш Көньяҡ Уралды үҙ иҡтисади-сәйәси һәм этно-мәҙәни йоғонтоһо эсенә ала<ref name="МНА" />.
30 юл:
[[Мәжитов Нияз Абдулхаҡ улы|Н. А. Мәжитов]] фекеренсә, даик (дах) ҡәбиләләре берләшмәһе мөхитендә [[Урал батыр|«Урал батыр»]] башҡорт героик эпосы формалашҡан — улар [[Яҡын Шәреҡ]], Урта Шәреҡ һәм Урта Азия дини-фәлсәфәүи әҙәбиәте фольклор сюжеттарын Көньяҡ Урал ҡәбиләләренең идеологик шарттарына яраҡлаштырған. [[Лариса Ямаева|Л. А. Ямаева]] буйынса, «Урал батыр» эпосына [[Ҡушан батшалығы]] менән бәйле булған илдәр һәм ваҡиғалар ингән<ref name="Ямаева"/>. Эпостың төп геройы [[Урал батыр (персонаж)|Урал батырҙың]] улы Яйыҡтың исеме һуңыраҡ дини-мифологик персонаждың — һыу стихияһы покровителенең исеменә ''Яйыҡ/Йайыҡ ханға'' тиклем үрләй. Һыу илаһы Йайыҡ хан тураһында ышаныуҙар хәҙерге мәжүси [[алтайҙар]]ҙа һаҡланып ҡалған, риүәйәттәр буйынса алтай халҡы составындағы тёлёс ырыуы Уралдан килгән (башҡорттарҙа [[тиләү]] ырыуы бар). Алтайҙарҙың дини инаныуҙарында Йайыҡ хан ниндәйҙер Иҙел тигән ҙур йылғаның ҡурсалаусыһы булып тора, уларға тап килгән гидронимдар тик Көньяҡ Уралда осрай — «Урал батыр» эпосында Урал батырҙың улдары булат ҡылыс менән тауҙарҙы ярып йылғаларға асҡан, улар батырҙар хөрмәтенә Иҙел (Ағиҙел), Яйыҡ, Нөгөш тип атала<ref name="Даики"/>. Яйыҡ/Ыйыҡ/Ыҡ/Уҡ/Эйек гидронимдары Көньяҡ Уралда таралыу алған. «Яйыҡ/йайыҡ» этнонимы ара атамаһы булараҡ [[Ырымбур башҡорттары]]нда теркәлгән<ref name="МНА" />.
 
[[Вәхитов Радик Шакир улы|Р. Ш. Вәхитов]] буйынса дай ҡәбиләләренең һәм Яйыҡ йылғаһының исемдәренең оҡшашлығы дайҙар һәм башҡортар араһында генетик туғанлыҡты раҫларға нигеҙ була алмай<ref name="Вәхитов">{{статья|автор = [[Вәхитов Радик Шакир улы|Вәхитов Р. Ш.]]|заглавие= О приоритете филологических методов в исследовании этногенеза башкирского народа|ссылка=https://cyberleninka.ru/article/n/o-prioritete-filologicheskih-metodov-v-issledovanii-etnogeneza-bashkirskogo-naroda|язык= |издание = Проблемы востоковедения |тип = |год = 2014 |том= |номер= |страницы= |doi= |issn = }}</ref>. [[Бохарова Гөлнур Һарун ҡыҙы|Г. Һ. Бохарова]] буйынса, «дай» этнонимын «йайыҡ» һүҙе менән яҡынайтырға ярамай<ref>{{статья|автор = [[Бохарова Гөлнур Һарун ҡыҙы|Бухарова Г. Х.]]|заглавие= Следы культа ыдук Йер-Суб у тюркских народов в башкирской топонимии|ссылка=hhttpshttps://cyberleninka.ru/article/n/sledy-kulta-yduk-yer-sub-u-tyurkskih-narodov-v-bashkirskoy-toponimii|язык= |издание = Вестник Башкирского университета |тип = |год = 2016 |том= |номер= |страницы= |doi= |issn = }}</ref>.
 
== Шулай уҡ ҡарағыҙ ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Дайҙар» битенән алынған