Абраам Паладино (стадион) — версиялар араһындағы айырма

Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
== Тарихы ==
«Прогресо» футбол клубы [[1917 йыл]]да барлыҡҡа килә һәм тәүге йылдарҙа үҙенең стадионы булмай. [[1925 йыл]]да клуб президенты Овидио Каррика үҙенең ярҙамсыһы Абраам Паладиноға Монтевидео етәкселеге менән стадион төҙөү өсөн ер алыу мәсьәләһен хәл итеүҙе йөкмәтә. Клубҡа Эмилио Ромеро һәм Конкордия урамдары киҫелешендәге һәм Уругвайҙың Милли порт идаралығыныҡы булған ер бүленә.[[1926 йыл]]да тәүге стадион төҙөлә, ул «Парке Прогресо» тип атала. Артабан Абраам Паладино "Прогресо"ның президенты итеп һайлана. Профессиональ футбол талаптарына тап килтереү өсөн [[1932 йыл]]да стадион беренсе реконструкцияға дусар ителә<ref name="area"><span lang="es">[http://www.el-area.com/uruguay/subpaginas/info-clubes4_uru.htm#gauchos Club Atlético Progreso]</span>  (исп.). el-area.com. <small>Проверено 19 ноября 2018.</small></ref>.
 
Уругвай футбол ассоцияцияһы талаптарына тап килтереү өсөн стадиондағы шарттарҙы яҡшыртырға ярҙам иткән бизнесмен хөрмәтенә стадионға «Парке Мигель Кампомар» атамаһы бирелә. [[1956 йыл]]да, Абраам Паладиноның вафатынан һуң, стадион уның исеме менән атала<ref name="aguantenche"><span lang="es">[http://www.aguantenche.com.uy/2013/04/el-parque-abraham-paladino/ El Parque Abraham Paladino]</span>  (исп.). Aguanten Che (30  de  abril de  2013). <small>Проверено 19 ноября 2018.</small></ref>.
 
[[1981 йыл]]да президент Табаре Васкес стадионды тотошлайы менән реконструкциялау эшенә тотона. Ғәмәлдә [[1983 йыл]]ға шул уҡ урында элекке атамаһы һаҡланған яңы арена барлыҡҡа килә. Яңы "Абраам Паладино"ла [[1989 йыл]]да «Прогресо» үҙенең тәүге һәм берҙән-бер Уругвай чемпиондары титулын яулай.
 
[[2002 йыл]]да яңы трибуна ҡорола һәм стадион заманса төҫ ала. Трибуналарға ла исемдәр бирелә: төп трибуна — «Уругвай чемпиондары 1989» ({{lang-es|Campeones Uruguayos 1989}}), уға ҡаршы урынлашҡан трибуна (ҡунаҡтар өсөн) — «Доктор Табаре Васкес» ({{lang-es|Dr. Tabaré Vázquez}}), көньяҡтағыһы — «Карлос Вальверде» ({{lang-es|Carlos Valverde}}), төньяҡтағыһы — «Гаучо берлеге» ({{lang-es|Parcialidad Gaucha}})<ref><span lang="es">[http://www.lr21.com.uy/deportes/91693-cerro-y-tacuarembo-abren-hoy-la-segunda-rueda Cerro y Tacuarembó abren hoy la segunda rueda]</span>  (исп.). La Red 21 (14  de  septiembre de  2002). <small>Проверено 19 ноября 2018.</small></ref>.
 
[[2012 йыл]]дың авгусында стадионды заман талаптарына ҡалыплаштырыуҙың яңы этабы башлана<ref><span lang="es">[http://www.clubatleticoprogreso.com/2012/08/27/el-parque-paladino-en-obras/ El Parque Paladino en obras]</span>  (исп.). «[//ru.wikipedia.org/wiki/%D0%9F%D1%80%D0%BE%D0%B3%D1%80%D0%B5%D1%81%D0%BE_(%D1%84%D1%83%D1%82%D0%B1%D0%BE%D0%BB%D1%8C%D0%BD%D1%8B%D0%B9_%D0%BA%D0%BB%D1%83%D0%B1) Прогресо]» (27  de  agosto de  2012). <small>Проверено 19 ноября 2018.</small></ref>.
 
Стадион бер юлы 5,4 тыс. тамашасыны ҡабул итә ала, әммә ҡайһы бер сығанаҡтарҙа башҡа тәрлә күрһәткестәр атала — стадион 8 меңгә тиклемге тамашасыны ҡабул итергә һәләтле тип тә билдәләнелә.
1498

үҙгәртеү