Торатау (гәзит): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
14 юл:
1951 йылдың 1 ғинуарынан район һәм ҡала өсөн башҡорт һәм урыҫ телдәрендә берләштерелгән "Алға" - "Вперед" гәзиттәрен сығарыу юлға һалына.
 
КПСС Үҙәк Комитетының 1962 йылдың 10 апрелендәге ҡарары менән Башҡорт АССР-ында райондар эреләтелә, йәғни республикала барлығы 10 территориаль-производство идаралыҡтары барлыҡҡа килә. Шуға бәйле биш район (Ишембай, Ғафури Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш райондары һәм Салауат ҡалаһы) өсөн аҙнаһына 4 тапҡыр "Знамя коммунизма", дубляж варианты "Коммунизм байрағы" гәзиттәре баҫыла башлай<ref>К. И. Мангушев, В. Н. Поляков, Ю. В, Уткин «Чудесный клад» (Москва, Советская Россия, 1985 г.</ref>.
 
Тик 1965 йылда ғына райондар ҡайтанан тергеҙелә, һәм райондар һәм ҡала гәзиттәре редакциялары ҡайтанан эшләй башлай. Ишембай ҡалаһы һәм районы өсөн урыҫ телендәге һәм уның башҡорт телендәге дубляж варианты булған "Восход" гәзите сығарыла, 1991 йылдан башҡорт телендәге дубляж баҫмаһына, гәзит мөхәррире Фират Хажиев юллауы буйынса, "Торатау" атамаһы бирелә, һәм ул "Восход"- "Торатау" гәзите тип рәсмиләштерелә.