Торатау (гәзит): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
19 юл:
 
== Тарихы ==
«Торатау» урыҫ гәзитенең тулыһынса дубляжы ролен башҡарһа ла, башҡорт редакцияһы хеҙмәткәрҙәре гәзитбашҡорт уҡыусыгәзитен алдырыу уҡыусылар өсөн мөһим булған ҡала һәм район яңылыҡтарын да ҡуйып ебәрергә тырыша. Бигерәк тә 1984 - 1986 йылдарҙа "Восход" гәзитенең мөхәрирре булып Марат Нуриәхмәт улы Муллаҡаев эшләгәндә башҡорт гәзите биттәренә, урыҫ баҫмаһынан айырмалы рәүештә, башҡортса яҙылған мәҡәләләрҙе урынлаштырыу рөхсәт ителә. М. Н. Муллаҡаев КПСС ҡала комитетында ла был тәңгәлдәге үҙ ҡарашын яҡлауға өлгәшә. 1986 йылдан башҡорт гәзите мөхәррире урынбаҫары М. М. Йосопова, тәржемәселәр Р. Ҡауыева һәм Гөлнур Дәүләтйәровалар урыҫ телендә яҙылған мәҡәләләрҙе башҡорт теленә тәржемәләүҙән тыш, гәзит уҡыусылар менән туранан-тура бәйләнеш урынлаштырып, ҡала һәм район тормошоноң төрлө яҡтарын яҡтыртыу буйынса мәҡәләләр яҙа, ауыл хәбәрселәре гәзиткә лә мәҡәләләрен йышыраҡ ебәрә.
 
Редакция бигерәк тә йәштәрҙе, өлкән класс уҡыусыларын гәзиткә мәҡәләләр яҙыуға ылыҡтырыу буйынса маҡсатҡа йүнәлешле эшләй. Әлеге ваҡытта республика матбуғат сараларында, республикабыҙҙың ҡала һәм райондары баҫмаларында эшләп йөрөгән журналист-яҡташтарыбыҙҙың тәүге мәҡәлә, шиғыр, хикәйәләре тап "Торатау"ҙа донъя күрә һәм уларҙың буласаҡ яҙмышын билдәләй.