Ҡытай календары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
 
1 юл:
{{Календари|Лунно-солнечный}}
'''Ҡытай календары''' ике төр календары менән күрһәтелгән: '''ҡояш''' (ауыл хужалығы) һәм '''ҡояш-ай'''. Һуңғыһы ике вариантта билдәле: бигерәк тә Көнсығыш Азияла популяр булған ''Ся'' календары ({{lang-zh|夏}}, [[Ся ярым мифик династияһы]] исеме буйынса аталған) — йылды яҙ миҙгеле буйынса һанай; һәм шулай уҡ ''Чжуань'' календары ({{lang-zh|顓頊曆}}, [[Цинь (династия)|Цинь династияһын]] нигеҙләүсе Чжуань-сюй исеме буйынса аталған) — йылды көҙ миҙгеле буйынса һанай.
 
Хәҙерге [[Ҡытай]]ҙа шулай уҡ ҡулланышҡа [[григориан календары]] индерелгән, әммә ай календары, элекке замандағы һымаҡ, бөтә урындарҙа ла традицион байрамдарҙың ваҡытын билдәләү өсөн ҡулланыла: [[Ҡытай Яңы йылы|«Яҙ байрамы» (Ҡытай Яңы йылы)]], Көҙ уртаһы байрамы һәм башҡаларҙы, шулай уҡ теге йәки был ауыл хужалығы эш төрҙәрен башлау ваҡытын билдәләү өсөн файҙаланыла. Ай календары буйынса «Яҙ байрамы» (Яңы йыл) үҙгәреүсән һәм йыл һайын «Тәүге яңы ай» көнөнә тура килә. Яңы йылдың килеп етеүе тип ҡышҡы ҡояш торошонан (21—22 декабрь) һуң, 1645 йылдан 2644 йылға ҡәҙәр 21 ғинуарҙан иртәрәк һәм 21 февралдән һуң булмаған икенсе яңы ай һанала<ref name=math/> (мәҫәлән, 4713 ҡыҙыл маймыл йылы 2016 йылдың 8 февраленән 2017 йылдың 27 ғинуарына тиклем дауам итә). ''Ся'' календарына ярашлы, «Яҙ башланыу» йыл һайын 4, 5 йәки 6 февралгә тап килә.