Йәһүдилек: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
46 юл:
# Бөтә кешенең Аллаға мөнәсәбәттә тиң булыуы тураһында тәғлимәт: һәр бәндә Алла Улы булып тора, һәр кемгә Алла менән ҡушылыу йүнәлешендә камиллашыу өсөн юл асыҡ, һәр кемгә был тәғәйенләнешенә өлгәшеү өсөн саралар — ирекле ихтыяр һәм илаһи ярҙам — бирелә.
# Шуның менән бергә иври халҡының айырым Миссияһы (йәғни Һайланмалығы) бар, ул Илаһи хәҡиҡәттәрҙе кешелеккә еткереүҙән һәм шуның аша уға Аллаға яҡынайырға ярҙам итеүҙән тора. Был бурысты тормошҡа ашырыу өсөн Алла иври халҡы менән Килешеү төҙөй һәм уға ҡанундар бирә. Алла менән Килешеү юҡҡа сығарыла алмай; ул йәһүд халҡына юғарыраҡ кимәлдәге яуаплылыҡты йөкмәтә.
# Йәһүдтәргә [[ТораТәүрат]] аша кешелеккә бирелгән әхләҡи йөкләмәләрҙең мотлаҡ минимумын үтәргә тәҡдим итә: йәһүдтәр бойороҡтарҙы иғлан иткән Биш китаптан 613 өҙөмтәне (мицвот) мотлаҡ үтәргә тейеш булһа, Алланың Нух менән төҙөгән Килешеүенең ҡатнашыусыһы тип һаналған йәһүд түгелдәр Нух улдарының ете ҡанунын үтәргә бурыслы<ref>{{ЭЕЭ|13005|Ноевых сынов законы}}</ref>. Шул уҡ ваҡытта иудаизм миссионерлыҡ менән шөғөлләнмәй, йәғни прозелитизмға ынтылмай (йәһүдсә — гиюр), һәм йәһүд халҡының милли дине булып тора.
# Рухи башланғыстың матди донъя өҫтөнән тулы хакимлығы, шул уҡ ваҡытта матди донъяның да рухи ҡиммәте булыуы тураһында тәғлимәт: Алла — матдилыҡтың тулы Хакимы, уны Булдырыусы: һәм Ул Кешегә матди есеме аша матди донъяла үҙенең идеаль тәғәйенләнешен тормошҡа ашыра алһын өсөн матди донъяла өҫтөнлөк биргән;
# Мәсих (Мессия, {{lang-he|מָשִׁיחַ}}, «мәсехләнгән», йәғни батша) килеүе тураһында тәғлимәт {{ВЗ2|И перекуют мечи свои на орала и копья свои — на серпы; не поднимет народ меча на народ, и не будут больше учиться воевать … и наполнится вся земля познанием Господа|Ис|2:4}}. (Мәсих — ул батша, Дауыт батшаның тура вариҫы булып торасаҡ, йәһүд йолаһына ярашлы, тереләй күккә алынған Ильяс (Элияһу) пәйғәмбәр тарафынан батшалыҡҡа мәсехләнәсәк.)
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Йәһүдилек» битенән алынған