Башҡорт АССР-ы Юғары Советы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
40 юл:
 
* Башҡорт Совет Республикаһының хәрби-революцион комитеты — Башревком. 1919 йылдың 21 февралендә [[Темәс]] ауылында [[Башкирское Правительство|Башҡортостан хөкүмәте]] ағзалары һәм башҡорт полктары вәкилдәре ҡатнашлығында Бөтә Башҡорт хәрби съезында төҙөлә. Башревком составына башлыса элекке Башҡортостан хөкүмәте ағзалары — Әхмәтзәки Вәлиди, Имаков Таһир Ғилман улы, Кулаев Мстислав Александрович, И. Алкин, Бикбов,Юныс Юлбарис улы инәләр.
* БАССР-ҙың Башҡортостан Үҙәк башҡарма комитеты (ЦИК) һәм халыҡ комиссарҙары Советы (СНК) — [[1920 йыл]]дың июлендә [[Стәрлетамаҡ]] ҡалаһында Башҡорт АССР-ының I Советтәр съезында раҫлана.
БАССР-ҙың Юғары Советына беренсе һайлау [[1938 йыл]]дың 26 июлендә үтә. БАССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советы составына 150 депутат инә.
[[1938 йыл]]дың 25—28 июлендә Өфөлә БАССР-ҙың беренсе саҡырылыш Юғары Советының беренсе сессияһы үтә. Сессияла БАССР Юғары Советы Президиумы һайлана һәм хөкүмәт — республиканың Халыҡ Комиссарҙары Советы төҙөлә. Ике даими эшләүсе комиссия булдырыла: закондар сығарыусы һәм бюджет.