Джеффри Чосер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
36 юл:
 
Герцог Ланкастерский һуңынан Чосерҙың яҡлаусыһы була, хатта уның менән туғанлаша ла; Джон Гонттың өсөнсө ҡатыны (ә быға тиклем ул — күп йыллыҡ һөйәркәһе була) Катерина Свинфорд Чосерҙың ҡатынының бер туған һеңлеһе була.
 
== Италияға сәфәрҙәре ==
 
1370 йылдың йәйендә Чосер королдең дипломатик йомошо менән континентҡа юллана. Ул [[Франция]]ға һәм Фландрияға килә һәм 1372 йылда [[Генуя]]ға бара, унда дож менән ҡайһы бер эштәрен яйға һала, ә унан Флоренцияға бара, унда ҡыш үткәрә. 1376, 1377 һәм 1378 йылдарҙа тағы хөкүмәт йомошо менән, ҡайһы бер саҡта йәшерен йомош менән дә, бер нисә тапҡыр континентҡа сәйәхәт ҡыла. [[Италия]]ла булған осоронда ул итальян телен өйрәнә һәм төптән итальян шағирҙары менән таныша, был танышыуы Италиялағы сәфәренән ҡайтҡандан һуң уның әҫәрҙәрендә сағылыш таба, бигерәк тә Данте, Петрарка һәм Боккаччонан үҙләштереүҙәр йыш осрай, уларҙың фекерҙәре, шиғри әйтемдәр, урыны менән оҙон тирадалар, һәм хатта шиғри әҫәрҙәрҙең сюжеттары ла алына. Риүәйәттәр буйынса, [[Италия]]ла Чосер [[Петрарка]] менән таныша, ул уға, йәнәһе, Боккаччоның Гризельда тураһында новеллаһын латин телендәге тәржемәһен уҡый. Һуңынан Чосер был новелланы үҙенең «Кентерберий хикәйәләре» составына индерә. Чосерҙың Италияға сәйәхәте уның латин шағирҙары менән танышыуына булышлыҡ итә, хәйер ул уларҙы сәйәхәтенә тиклем бер аҙ белә һәм хәҙер инде уларға табына башлай.
 
[[Файл:Chaucer ellesmere.jpg|thumb|left|Чосер Элсмир ҡулъяҙмаһы биттәренең береһендә ғибәҙәт ҡылыусы рәүешендә һүрәтләнә]]
Итальян һәм латин классиктарын өйрәнеү Чосерҙың шиғриәтенең формаль яғына йоғонто яһай; уның арҡаһында ул быға тиклем инглиз әҙәбиәтендә булмаған нәфислек һәм тулылыҡ ала. Континентҡа барған сәфәрҙәр араһында Чосер Лондонға әйләнеп ҡайта, унда уға төрлө административ вазифалар йөкмәтелә. 1374 йылдан 12 йыл дауамында ул таможня күҙәтеүсеһе һәм контролеры вазифаһын башҡара, өҫтәүенә сағыштырмаса айырым Олдгейт башняһында йәшәй. Хеҙмәт бурыстарын намыҫлы башҡарып, буш ваҡыттарын шиғриәткә бағышлай.
 
== Иҫкәрмәләр ==