Зөлхизә (ай): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
85 юл:
Зөлхизә айы — [[хаж]] ҡылыр ай. Шуға күрә ошо ғибәҙәткә бәйле юлъяҙмаларҙа йыш телгә алына, сөнки айҙың билдәле бер көндәрендә тауаф ҡылыу, сәғи, [[Ғәрәфә (тау)|Ғәрәфә тауында]] тороу, [[ҡорбан салыу]], [[шайтан]]дарға таш атыу кеүек ғибәҙәттәр башҡарыла. Хажиә һәм яҙыусы [[Гүзәл Ситдиҡова]]ның «Йәннәт баҡсаһы» тигән китабынан өҙөктәр:
{{Цитатник|
Зөлхизәлә - [[хаж]] ҡылыныр айҙа — Ғәрәбстан да, күрше дәүләттәр ҙә изге сәфәргә сығыусыларҙы ҡабул итер гигант ҡунаҡханаға әүерелә: мосафирҙарға ярҙам йөҙөнән, хәлле кешеләр йорттарын бушатып, хатта үҙ иҫәбенә туҡландыралар.
 
Зөлхизә айының туғыҙынсы көнөндә [[Ҡорбан байрамы]] башлана. Хаждағылар был көндө тулыһы менән Ғәрәфәттә үткәрергә тейеш. Таңға беҙҙе лә шунда алып киттеләр. Төркөмдәштәребеҙҙең бер өлөшө кистән үк Ғәрәфәткә юлланғайны инде, сөнки ғәрәптәрҙә яңы көн ҡояш байыу менән башлана.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Зөлхизә_(ай)» битенән алынған