Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
19 юл:
1928 йылдың йәйендә рәссамдар Ҡасим Дәүләткилдиев, [[Блюменталь Юлий Юльевич|Юлий Блюменталь]], [[Тюлькин Александр Эрастович|Александр Тюлькин]] республика буйлап ижади сәфәргә сығалар. Улар Тамъян-Ҡатай кантоны (хәҙерге [[Белорет районы]]ның) [[Инйәр]] ҡасабаһына киләләр, өс саҡрымда ғына урынлашҡан [[Уҫманғәле]] ауылында уҡытыусы Зәйнулла Хажиәхмәтовҡа фатирға төшөләр. Зәйнулла Хажиәхмәтов ауылдың беренсе уҡытыусыһы, педагогия институтын тамамлаған юғары белемле кеше була. Ҡасим Дәүләткилдиевтың "Башҡорт йортоноң болдоро" тигән әҫәре - тап ошо йортҡа ҡарап яҙылған да инде.
 
Ҡасим Дәүләткилдиев бер нисә портрет әҫәре лә яҙа. Шулар араһында - «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һүрәте<ref>ИСТОРИЯ КАРТИНЫ ДЕВЛЕТКИЛЬДЕЕВА "ДЕВОЧКА-БАШКИРКА В ГОЛУБОМ" [http://ufa-gid.com/ocherki/istoriya-kartiny-devletkildeeva-quotdevochkabashkirka-v-golubomquot.html]</ref>. Ул юғары сәнғәт кимәлендә ижад ителгәнлеге менән айырылып тора. Әҫәр 1929 йылдың башында [[Мәскәү]]ҙәге Третьяков галереяһында совет сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелгән.
 
Әҫәрҙең героиняһы - ошо ауыл ҡыҙы, Йомағолова Мәрйәм Йомағол ҡыҙы. Уларҙың ғаиләһе хәлле йәшәгән, малды күп тотҡан. Тау-ташлы, урманлы Инйәр төбәгендә бесән эшләү еңелдән түгел, шуға ата-әсәһе һуңлап ҡына ҡайта торған булған, ә ҡыҙыҡай өйҙә донъя көтөп ҡалған. Ул саҡта Мәрйәмгә 12 генә йәш булған.