Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
15 юл:
 
== Рәсемдең тарихы ==
1928 йылдың йәйендә рәссамдар Ҡасим Дәүләткилдиев, [[Блюменталь Юлий Юльевич|Юлий Блюменталь]], [[Тюлькин Александр Эрастович|Александр Тюлькин]] республика буйлап ижади сәфәргә сығалар. Улар [[Белорет районыныңрайоны]]ның [[Инйәр]] ҡасабаһына киләләр, өс саҡрымда ғына урынлашҡан [[Уҫманғәле]] ауылында уҡытыусы Зәйнулла Хажиәхмәтовҡа фатирға төшөләр. Зәйнулла Хажиәхмәтов ауылдың беренсе уҡытыусыһы, педагогия институтын тамамлаған юғары белемле кеше була. Ҡасим Дәүләткилдиевтың "Башҡорт йортоноң болдоро" тигән әҫәре - тап ошо йортҡа ҡарап яҙылған да инде.
 
Ҡасим Дәүләткилдиев бер нисә портрет әҫәре лә яҙа. Шулар араһында - «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һүрәте. Ул юғары сәнғәт кимәлендә ижад ителгәнлеге менән айырылып тора. Әҫәр 1929 йылдың башында Мәскәүҙәге[[Мәскәү]]ҙәге Третьяков галереяһында совет сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелгән.
 
Әҫәрҙең героиняһы - ошо ауыл ҡыҙы, Йомағолова Мәрйәм Йомағол ҡыҙы. Уларҙың ғаиләһе хәлле йәшәгән, малды күп тотҡан. Тау-ташлы, урманлы Инйәр төбәгендә бесән эшләү еңелдән түгел, шуға ата-әсәһе һуңлап ҡына ҡайта торған булған, ә ҡыҙыҡай өйҙә донъя көтөп ҡалған.
28 юл:
;Героиняның артабанғы яҙмышы.
 
Мәрйәмде йәшләй генә [[Береш]] ауылы егете Мирсәйет Сәлмән улы Мостафинға кейәүгә бирәләр. Йәш ғаилә йорт һалырға урын эҙләп, Инйәр йылғаһының аръяғына сығып, йорт бөтәйтә башлайҙар. Бындағы урынды оҡшатып, башҡалар ҙа күсенә башлай һәм [[Берештамаҡ]] ауылы барлыҡҡа килә.
 
Һуғыш башланып китә. Мирсәйет, уның ауылдашы Баһауетдин бергә һуғышҡа китәләр. Берәйһе һәләк булып ҡалһа, дуҫының ғаиләһен ташламаҫҡа тип һүҙ ҡуйышалар. Мирсәйет һәләк була. Дуҫы, вәғәҙәһенә тоғро ҡалып, иҫән-имен ҡайтҡас, уның ғаиләһен ташламай, Мәрйәмгә өйләнеп, ике ҡатын менән йәшәй. Совет осоро булһа ла, уларға хакимиәт яғынан дәғүә белдереүсе булмай.
34 юл:
Күп балалы әсә Мәрйәм Йомағол ҡыҙы леспромхозда эшләй, бик эшһөйәр була, олоғайғас та һыбай сығып китә ине, тип хәтерләйҙәр ауылында уның хаҡында.
 
Бына шулай, башлап йорт һалып инеп, ғаиләһе менән Берештамаҡ ауылына нигеҙ һалған, күп бала үҫтереп, яҡшы хеҙмәте менән ихтирам яулап, ябай, әммә абруйлы тормош юлы үткән был тарихи һүрәт героиняһы Йомағолова Мәрйәм Йомағол ҡыҙы.
 
== Сығанаҡтар ==