Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
17 юл:
1928 йылдың йәйендә рәссамдар Ҡасим Дәүләткилдиев, Юлий Блюменталь, Александр Тюлькин республика буйлап ижади сәфәргә сығалар. Улар Белорет районының Инйәр ҡасабаһына киләләр, өс саҡрымда ғына урынлашҡан Уҫманғәле ауылында уҡытыусы Зәйнулла Хажиәхмәтовҡа фатирға төшөләр. Зәйнулла Хажиәхмәтов ауылдың беренсе уҡытыусыһы, педагогия институтын тамамлаған юғары белемле кеше була. Ҡасим Дәүләткилдиевтың "Башҡорт йортоноң болдоро" тигән әҫәре - тап ошо йортҡа ҡарап яҙылған да инде.
 
Ҡасим Дәүләткилдиев бер нисә портрет әҫәре лә яҙа. Шулар араһында - «Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һүрәте. Ул юғары сәнғәт кимәлендә ижад ителгәнлеге менән айырылып тора. Әҫәр 1929 йылдың башында Мәскәүҙәге Третьяков галереяһында совет сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелгән.
Ҡасим Дәүләткилдиев бер нисә портрет әҫәре лә яҙа.
 
Әҫәрҙең героиняһы - ошо ауыл ҡыҙы, Йомағолова Мәрйәм Йомағол ҡыҙы. Уларҙың ғаиләһе хәлле йәшәгән, малды күп тотҡан. Тау-ташлы, урманлы Инйәр төбәгендә бесән эшләү еңелдән түгел, шуға ата-әсәһе һуңлап ҡына ҡайта торған булған, ә ҡыҙыҡай өйҙә донъя көтөп ҡалған.
«Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һүрәте юғары художество сифаттары менән айырылып тора. Ул 1929 йылдың башында Мәскәүҙә Третьяков галереяһында совет сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелде. Сағыу милли башланғыс тышҡы билдәләрҙә генә (балаҫтар, кейемдәр) түгел, бәлки ҡыҙҙың йөҙөндә, күҙ ҡарашында, үҙен тотошонда кәүҙәләнә. Баҫалҡы, инсафлы, мөләйем ҡыҙҙың образын һоҡландырғыс ябай, шул уҡ ваҡытта тәбиғи һомғоллоҡ һәм кешелекле итеп сағылдырыу әсән ысыны менән гуманист һәм үҙ халҡыңдың улы булырға кәрәк.
 
Рәссам баҫалҡы, инсафлы, һөйкөмлө ҡыҙҙы күреп ҡалып, уның портретын эшләргә була. Көн буйына ҡуҙғалмай ултырырға мәжбүр булған ҡыҙ һуңынан, атай-әсәйем ҡайтып, өй эштәрем эшләнмәй ҡалғанына асыуланыр инде, тип ҡурҡып бөттөм, тип иҫләй торған була. "Ҡасим гел ағай шаяртып һөйләште", тип хәтерләй.
 
Һүрәттәге шул тиклем тәбиғи матурлыҡҡа эйә, тартынсаҡ, иманлы, шул уҡ ваҡытта эске рухи көскә эйә икәне күренеп торған ҡыҙ бала, Инйәр-ҡатай йортондағы яҫтыҡ-ҡаралды, көнкүреш әйберҙәре фонында һынландырылып, шул осор тарихында мәңгеләштереп ҡалдырылған. Был - шул осор башҡорт ҡыҙҙары образы ла, ҡатай көнкүрешенең бер сатҡыһы ла булып һүрәтләнеп ҡалған.
 
 
;Героиняның артабанғы яҙмышы.
 
Мәрйәмде йәшләй генә Береш ауылы егете Мирсәйет Сәлмән улы Мостафинға кейәүгә бирәләр. Йәш ғаилә йорт һалырға урын эҙләп, Инйәр йылғаһының аръяғына сығып, йорт бөтәйтә башлайҙар. Бындағы урынды оҡшатып, башҡалар ҙа күсенә башлай һәм Берештамаҡ ауылы барлыҡҡа килә.
 
Һуғыш башланып китә. Мирсәйет, уның ауылдашы Баһауетдин бергә һуғышҡа китәләр. Берәйһе һәләк булып ҡалһа, дуҫының ғаиләһен ташламаҫҡа тип һүҙ ҡуйышалар. Мирсәйет һәләк була. Дуҫы, вәғәҙәһенә тоғро ҡалып, иҫән-имен ҡайтҡас, уның ғаиләһен ташламай, Мәрйәмгә өйләнеп, ике ҡатын менән йәшәй. Совет осоро булһа ла, уларға хакимиәт яғынан дәғүә белдереүсе булмай.
 
Күп балалы әсә Мәрйәм Йомағол ҡыҙы леспромхозда эшләй, бик эшһөйәр була, олоғайғас та һыбай сығып китә ине, тип хәтерләйҙәр ауылында уның хаҡында.
 
Бына шулай, башлап йорт һалып инеп, ғаиләһе менән Берештамаҡ ауылына нигеҙ һалған, күп бала үҫтереп, яҡшы хеҙмәте менән ихтирам яулап, ябай, әммә абруйлы тормош юлы үткән был тарихи һүрәт героиняһы Йомағолова Мәрйәм Йомағол ҡыҙы.
 
== Сығанаҡтар ==
Илдар Шәрипов. Зәңгәр күләдкле башҡорт ҡыҙы. - "Тамаша", 2014, №4
 
== Иҫкәрмәләр ==