Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
15 юл:
 
== Рәсемдең тарихы ==
1928 йылдың йәйендә рәссамдар Ҡасим Дәүләткилдиев, Юлий Блюменталь, Александр Тюлькин республика буйлап ижади сәфәргә сығалар. Улар Белорет районының Инйәр ҡасабаһына киләләр, өс саҡрымда ғына урынлашҡан Уҫманғәле ауылында уҡытыусы Зәйнулла Хажиәхмәтовҡа фатирға төшөләр. Зәйнулла Хажиәхмәтов ауылдың беренсе уҡытыусыһы, педагогия институтын тамамлаған юғары белемле кеше була. Ҡасим Дәүләткилдиевтың "Башҡорт йортоноң болдоро" тигән әҫәре - тап ошо йортҡа ҡарап яҙылған да инде.
 
Ҡасим Дәүләткилдиев бер нисә портрет әҫәре лә яҙа.
 
«Зәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙы» һүрәте юғары художество сифаттары менән айырылып тора. Ул 1929 йылдың башында Мәскәүҙә Третьяков галереяһында совет сәнғәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштары күргәҙмәһендә күрһәтелде. Сағыу милли башланғыс тышҡы билдәләрҙә генә (балаҫтар, кейемдәр) түгел, бәлки ҡыҙҙың йөҙөндә, күҙ ҡарашында, үҙен тотошонда кәүҙәләнә. Баҫалҡы, инсафлы, мөләйем ҡыҙҙың образын һоҡландырғыс ябай, шул уҡ ваҡытта тәбиғи һомғоллоҡ һәм кешелекле итеп сағылдырыу әсән ысыны менән гуманист һәм үҙ халҡыңдың улы булырға кәрәк.
 
== Иҫкәрмәләр ==