Ритуал: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
21 юл:
== Психологияла һәм психиатрияла ==
Ритуал - психиатрияла: бәхетһеҙлек килеүҙән ҡрҡып, уны булдырмаҫҡа тырышып ихтыярһыҙҙан йәм аҡылға һыймаған ғәмәлдәр ?әм хәрәкәттәр. Был туҡтауһыҙ бормоп торған шиктыр һәм хәүефләнеүҙәр арҡаһында килеп сығыусан.
 
== Исламда - ритуал ==
[[Ислам]]да ритуалдар мосолман йолалары менән бәйле.
 
Кешенең тормошо баланы ҡабул итеүҙән, уға исем ҡушыуҙан башлана.
 
20-се быуаттың икенсе яртыһына тиклем әле башҡорттарҙа яңы тыуған сабыйға мал менән май ҡаптырыу йолаһы булған. Быны ритуал тип тә атарға була, сөнки ул билдәле бер ваҡытта һәм билдәле бер тәртиптә башҡарыла. Сабый тыуыу менән бәйле башҡа бик күп йолалар башҡарыла - бәпәй күлдәге, бәпәй сәйе, сәс алыу һәм башҡа йолаларҙың да үҙҙәренең ҡәтғи ритуалдары бар.
 
Исем ҡушыу йолаһы шулай уҡ Ислам менән бәйле һәм айырым бер тәртиптә башҡарыла.
 
Өйләнеү, [[никах]]ланыуҙың тәртип-низамы ла, төбәктәренә ҡарап айырылһа ла, мулланан никах уҡытыу мотлаҡ тәртиптә башҡарыла.
 
Йыназаның шулай уҡ билдәле тәртиптәре бар, динле башҡорттарҙа Ясин уҡытыу, кәфенләү, мәйетте мосолманса йыуындырыу мотлаҡ. Был ғөрөф-ғөҙәттәрҙең да ҡәтғи ғәмәлдәре - ритуалы бар.
 
[[Ураҙа]] тотоу, [[ҡорбан салыу]] тәртип-низамында ҡәтғи үтәлер шарттар бар. Мәҫәлән, мотлаҡ [[тәһәрәт]]ле булыу, ниәт әйтеү, махсус [[доға]]лар уҡыу йәки үҙ телеңдә шуларҙың мәғәнәһен әйтеү, ҡорбанлыҡ малға талаптар, уны салыу тәртибе - былар барыһы ла ритуал төшөнсәһенә тап килә <ref>Г. Ситдиҡова. Күсле ил - көслө ил. - Өфө, 2013.- 101 бит</ref>.
 
== Примечания ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ритуал» битенән алынған