Ғаилә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
25 юл:
Игенселек, Малсылыҡ һ.б., тарихи-мәҙәни традициялар менән бәйле булған. Ғаилә эсендәге мөнәсәбәттәр туғанлыҡ системаһына ярашлы ҡоролған, йола хоҡуғы нормалары, исламды ҡабул иткәндән һуң, шулай уҡ шәриғәт ярҙамында көйләнгән
 
=== ҒаиләБашҡорттарҙың ғаилә-никах мөнәсәбәттәре ===
Егерменсе быуаттың тәүге сирегенәсә, совет осорона тиклем, быуаттар дауамында башҡорттарҙың ғаилә тормошо, милли әҙәбе юридик яҡтан да, әхлаҡи йәһәттән дә ислам дине, шәриғәт ҡанундарына буйһонған. Ғаилә Аллаһ әмере менән булдырылған илаһи бер мәктәп, милләттең иң кескәй күҙәнәге тип һаналған.
Ғаилә, нигеҙҙә, бер никахлы булған, күп ҡатынлылыҡ һирәк, башлыса башҡорт общинаһының бай ҡатламдары һәм мосолман руханиҙары вәкилдәре араһында осраған. Ҡәрҙәш ғаилә төркөмө (5—30) ырыу бүленешен тәшкил иткән, бер ауылда 10—60 ғаилә йәшәгән. 17 быуатҡа тиклем башҡорттарҙа балалы бер нисә никахлы парҙан (3—4 быуын) торған ҙур ғаилә осраған. Ғаиләнең мал-тыуары һәм йылҡы өйөрө менән ғаилә башлығы идара иткән, ғаилә парҙары һәм айырым ағзалары файҙаланыуында менге аттар һәм һауын малының бер өлөшө булған. Ир менән ҡатын айырым торлаҡта (тирмә, өй йәки аласыҡ) йәшәгән, кис бөтә ғаилә, ҡағиҙә булараҡ, бер табын артына йыйылған. Ултыраҡ тормошҡа күсеү, игенселек һәм шәхси хужалыҡ үҫеү менән, никахлы парҙан һәм уларҙың өйләнмәгән балаларынан торған бәләкәй ғаилә өҫтөнлөк ала башлай. 19 быуат уртаһында Рәсәй дәүләтенең һалым сәйәсәте ҡатыландырылғас, берҙәм ғаилә (ҡаҙна файҙаһына яһаҡ, төрлө йыйымдар һәм йөкләмәләр һалыу өсөн төп берәмек булған бер хужалыҡҡа ҡараған бер нисә бәләкәй ғаилә) һаны арта. Атай ғаиләһе (ата-әсәнән, өйләнгән балаларҙан һәм ейәндәрҙән торған ғаилә), ағай-эне ғаиләһе (балалары менән ағай-эне Ғ.), шулай уҡ ғаилә башлығының өйләнгән улдарынан һәм уның ағай-энеһе ғаиләһе берҙәм ғаилә төрҙәрен тәшкил итә. Берҙәм һәм бәләкәй ғаилә ата кеше (йәки өлкән ағай), улын йәки туғанының улын өйләндереү өсөн, уға йорт һалып бирергә тейеш булған. Үҙенең торлағын һәм хужалығын нығытҡандан һуң, ғаилә тулы хоҡуҡлы бәләкәй ғаилә хоҡуҡтарына һәм бурыстарына эйә булған. Патриархаль һәм бәләкәй ғаилә башлығы булып ата кеше иҫәпләнгән, берҙәм ғаиләлә — ирҙәрҙең иң өлкәне. Аҫабалыҡ (аҫаба) хоҡуҡтарына эйә булараҡ, ул ғаилә вәкиле булған һәм уның өсөн община һәм дәүләт властары алдында яуап биргән, милек менән идара итә һәм йыйындарҙа, ауыл һәм олоҫ сходтарында ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнаша алған. Йәше буйынса иң өлкән ҡатын йәки ғаилә башлығының ҡатыны ҡатын-ҡыҙ эштәренә етәкселек иткән. Нәҫелдең аҫаба ерҙәре сиктәрендә солоҡ ултыртыу урындары, һөрөнтө ерҙәр, сабынлыҡтар һ.б. биләмәләр өлөштәргә бүленгән, ғаилә шулай уҡ йәйләү һәм һунар итеү урындарында ҡаралтылары булған. 20 быуат башынан бәләкәй ғаилә төп ғаилә формаһына әүерелә, шулай уҡ берҙәм һәм тулы булмаған ғаилә осрай, этник яҡтан ҡатнаш ғаилә барлыҡҡа килә. Башҡортостан Республикаһында, 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, яҡынса 1,139 мең ғаилә иҫәпләнә, ғаилә ағзаларының уртаса һаны — 3,3 кеше.
 
Башҡорт халҡында шәриғәт ҡанундары әхлаҡ, ғәҙәт-йола ҡағиҙәләре менән бер бөтөнлөк тәшкил иткәнлектән, уларҙы күпселек осраҡта хатта айырып алып та булмай.
Бер үк ваҡытта Ислам дине ҡабул ителгәнгә тиклем үк ҡулланылған ғәҙәт ҡанундары ла (левират, сорорат һ. б.), ҡайһы саҡ шәриғәткә бик үк тап килмәүенә ҡарамаҫтан, һаҡланып килгән. Шулай уҡ Рәсәй ҡануниәтенең урыҫ, христиан дине ғаилә нормаларын индерергә тырышыуы: никахҡа инеүҙе, сабыйҙарҙы махсус кенәгәләрҙә теркәү, был хаҡта документтар биреү, йәш цензы һ.б. - ғаилә ҡороу тәртип-йолаларын бер аҙ үҙгәрткән.
 
Ғәмәлдә, башҡорт йәмғиәтендә үҙидара ҙур ҡеүәткә эйә булған,аҡһаҡалдар ғаилә мәсьәләләрен судҡа еткермәй, үҙ араларында хәл иткән. Улар ғөрөф-ғәҙәттәрҙең теүәл үтәлешен күҙәткән, рәсми судтарға мөрәжәғәт итеү күпселектә ер мәсьәләләренә ҡағылған <ref>Г. Ситдиҡова. Күсле ил - көслө ил. - Өфө, "Инеш", 2013. -101</ref>
 
Ғаилә, нигеҙҙә, бер никахлы булған, күп ҡатынлылыҡ һирәк, башлыса башҡорт общинаһының бай ҡатламдары һәм мосолман руханиҙары вәкилдәре араһында, шулай уҡ вафат булған ағаларының ҡатындарын никахлағандар араһында осраған. [[Салауат Юлаев]]тың ҡулған алынған мәлендә 3 ҡатыны булған, шуларҙың икәүһе - еңгә ҡатындар.
 
Ҡәрҙәш ғаилә төркөмө (5—30) ырыу бүленешен тәшкил иткән, бер ауылда 10—60 ғаилә йәшәгән. 17 быуатҡа тиклем башҡорттарҙа балалы бер нисә никахлы парҙан (3—4 быуын) торған ҙур ғаилә - [[ара]] осраған. Ғаиләнең мал-тыуары һәм йылҡы өйөрөнә ғаилә башлығы идара иткән, ғаилә парҙары - '''ҡушаҡтар''' <ref>Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. - Мәскәү, 1993- 710-сы бит</ref> - һәм айырым ағзалары файҙаланыуында менге аттар һәм һауын малының бер өлөшө булған.
 
Ир менән ҡатын айырым торлаҡта (тирмә, өй йәки аласыҡ) йәшәгән, кис бөтә ғаилә, ҡағиҙә булараҡ, бер табын артына йыйылған. Ултыраҡ тормошҡа күсеү, игенселек һәм шәхси хужалыҡ үҫеү менән, никахлы парҙан һәм уларҙың өйләнмәгән балаларынан торған бәләкәй ғаилә өҫтөнлөк ала башлай.
 
ХIХ быуат уртаһында Рәсәй дәүләтенең һалым сәйәсәте ҡатыландырылғас, берҙәм ғаилә (ҡаҙна файҙаһына яһаҡ, төрлө йыйымдар һәм йөкләмәләр һалыу өсөн төп берәмек булған бер хужалыҡҡа ҡараған бер нисә бәләкәй ғаилә) һаны арта. Атай ғаиләһе (ата-әсәнән, өйләнгән балаларҙан һәм ейәндәрҙән торған ғаилә), ағай-эне ғаиләһе (балалары менән ағай-эне Ғ.), шулай уҡ ғаилә башлығының өйләнгән улдарынан һәм уның ағай-энеһе ғаиләһе берҙәм ғаилә төрҙәрен тәшкил итә. Берҙәм һәм бәләкәй ғаилә ата кеше (йәки өлкән ағай), улын йәки туғанының улын өйләндереү өсөн, уға йорт һалып бирергә тейеш булған. Үҙенең торлағын һәм хужалығын нығытҡандан һуң, ғаилә тулы хоҡуҡлы бәләкәй ғаилә хоҡуҡтарына һәм бурыстарына эйә булған.
 
Патриархаль һәм бәләкәй ғаилә башлығы булып ата кеше иҫәпләнгән, [[ара]]ла — аҡһаҡал, ирҙәрҙең иң өлкәне. Аҫабалыҡ (аҫаба) хоҡуҡтарына эйә булараҡ, ул ғаилә вәкиле булған һәм уның өсөн йәмәғәт һәм дәүләт властары алдында яуап биргән, милеккә идара итә һәм йыйындарҙа, ауыл һәм олоҫ сходтарында ҡарарҙар ҡабул итеүҙә ҡатнаша алған. Йәше буйынса иң өлкән ҡатын йәки ғаилә башлығының ҡатыны ҡатын-ҡыҙ эштәренә етәкселек иткән. Нәҫелдең аҫаба ерҙәре сиктәрендә солоҡ ултыртыу урындары, һөрөнтө ерҙәр, сабынлыҡтар һ.б. биләмәләр өлөштәргә бүленгән, ғаилә шулай уҡ йәйләү һәм һунар итеү урындарында ҡаралтылары булған.
 
ХХ быуат башынан бәләкәй ғаилә төп ғаилә формаһына әүерелә, шулай уҡ берҙәм һәм тулы булмаған ғаилә осрай, этник яҡтан ҡатнаш ғаилә барлыҡҡа килә. Башҡортостан Республикаһында, 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, яҡынса 1,139 мең ғаилә иҫәпләнә, ғаилә ағзаларының уртаса һаны — 3,3 кеше.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ғаилә» битенән алынған