Байбулатов Раил Фәтхелислам улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
күренеште төҙәтеү
Мәғлүмәт өҫтәү. Морат Солтан.
33 юл:
 
== Биографияһы ==
Раил Фәтхелислам улы Байбулатов 1937 йылдың 2 июнендә БАССР-ҙың [[Көйөргәҙе районы]] [[Яманғол]] ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуа. Үҙ ауылындағы башланғыс мәктәпте, унан күрше Яманһары ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағандан һуң, ул 1952 йылда БашҡортМораҡ педагогия училищеһына уҡырға инә. Училищены уңышлы тамамлағас, Раил Байбулатов 1956—1961 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында белем ала. Ул хеҙмәт юлын Стәрлетамаҡ ҡалаһының В. И. Ленин исемендәге балалар йортонда уҡытыуҙан башлай. Һуңынан оҙаҡ28 йылдарйылдан ашыу Башҡортостан [[«Китап» нәшриәте]]ндә эшләй. Унда ауыл хужалығы һәм сәйәси әҙәбиәт редакцияһына, шунан нәфис һәм балалар әҙәбиәте редакцияһына етәкселек итә.
 
1984 йылда Р. Байбулатов Яҙыусылар союзына ҡабул ителә. 1990 йылда Яҙыусылар союзына эшкә күсә һәм вафатына тиклем шунда идара рәйесе урынбаҫары булып эшләй<ref name=":0">Ағиҙел, 2002, № 10.</ref>.
 
Матбуғат әлкәһендә оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эшләгәне өсөн ул «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумының Почёт грамотаһы, «СССР-ҙың матбуғат отличнигы» билдәһе менән бүләкләнгән.
 
Раил Байбулатов — элекке педагог булараҡ, мәктәп, уҡыусы балалар тормошона арналған, йәш быуынды уйландырырлыҡ, тулҡынландырырлыҡ хикәйәләр ижад иткән яҙыусы. Әҙиптең «Әсәйемдең алсаҡ йөҙө», «Зәңгәр болоттар», «Иң ауыр фән», «Һоро шинель», «Оҙайлы имтихандар» исемле китаптары донъя күрҙе. «Дала таңдары» романы өсөн яҙыусы С. Чекмарев исемендәге әҙәбиәт премияһына лайыҡ була.<ref name=":0" />
 
== Әҫәрҙәре ==
 
* «Әсәйемдең алсаҡ йөҙө»
* «Зәңгәр болоттар»
* «Иң ауыр фән»
* «Һоро шинель»
* «Оҙайлы имтихандар»
* «Йәрем минең — Алиһәм» пьесаһы
* «Дала таңдары» романы
* «Кисеүҙә гармун тауышы» романы
 
== Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре ==
Юл 45 ⟶ 58:
* Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1988)
* Башҡорт АССР-ы Верховный Советы Президиумының Почёт грамотаһы
* С. Чекмарев исемендәге әҙәбиәт премияһы
 
== Сығанаҡтар ==
 
* Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1{{ref-ru}}
* Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: [[Байымов Роберт Нурмөхәмәт улы|Р. Н. Баимов]], Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.{{ref-ru}}
Юл 53 ⟶ 68:
 
== Һылтанмалар ==
 
* {{БЭ2013|index.php/read/8-statya/1408-bajbulatov-rail-f-tkhelislam-uly}}