Хромосома: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Файл:Human female metaphase chromosomes.tif|thumb|200px|right|Кеше күҙәнәктәрендә митоз хромосомалары [[DAPI]]]]
[[Файл:Meiosis (254 33).jpg|thumb|200px|Саранча хромосомалары мейоз барышында]]
'''Хромосо́ма''' ({{lang-grc|χρῶμα}} — төҫлө {{lang-grc2|σῶμα}} — тәнсә; немец гистологы Г. В. Вальдейер, 1883) — нуклеопротеид төркөмөнә ҡараған ҡатмарлы матдәләрҙән (ДНК һәм аҡһымдарҙан торған комплекс) структура.
 
Прокариот күҙәнәк эсендә берҙән -бер [[ДНК]] молекулаһы йомоҡ түңәрәк ҡулса формаһында була. Цитоплазмала урынлашҡан. Прокариот күҙәнәктең хромосомаһын [[нуклеоид]] тип атайҙар. Составында ДНК-нан тыш аҡһымдар ҙа бар.
 
[[Эукариоттар]]ҙың хромосомалары [[күҙәнәк ядроһы]] эсендә урынлашҡан. Һаҡланырға, тереклек процесын көйләргә, ташырылырға тейеш нәҫел мәғлүмәтенең иң күп өлөшө шунда тупланған.
9 юл:
Хромосомаларҙы яҡтылыҡ микроскобында митоз һәм мейоз осоронда ғына күреп була. Ядролағы [[хромосома]]лар йыйылмаһы кариотип тигән атама алған.
'''Кариотип''' [[биологик төр]]ҙөң уны таныулы иткән индивидуаль билдәһе, цитогенетик критерийы (паспорты тип атап була) булып тора.<ref name="Tar">{{книга|автор=Тарантул В. З. |заглавие=Толковый биотехнологический словарь|место=М.|издательство=Языки славянских культур|год=2009|страниц=936|isbn=978-5-9551-0342-6|тираж=400}}</ref>.
 
== Хромосоманың төҙөлөшө ==
Хромосома бер [[ДНК]] молекулаһынан тора. Унда линия (һыҙат) тәртибендә бик күп [[ген]]дар теҙелеп киткән. Йәғни, ДНК молекулаһында гендар әҙмә-эҙ бер -бер артлы урынлашалар.
[[Эукариоттар]]ҙың хромосомаларында мотлаҡ функциональ элементтар булып центромера, теломерҙар һәм ДНК репликацияһын башлай торған инициация урыны (нөктәһе) була.
18 юл:
Репликация башлана торған урын (инициация сайты) теломерҙар хромосоманың осонда урынлашҡан. Был ДНК молекулаһына иркенерәк, тиҙерәк репликация үтергә мөмкинлек бирә.
 
Хроматидаларҙың центромералары менән бүлеү орсоғона беркетелеүе, уларҙың бала күҙәнәктәр араһында теүәл бүленеүен тәьмин итә.<ref name="MolBiol">{{книга|заглавие=Молекулярная биология клетки: в 3-х томах|ответственный=Б. Альбертс, А. Джонсон, Д. Льюис и др|место=М.-Ижевск|издательство=НИЦ «Регулярная и хаотическая динамика», Институт компьютерных исследований|год=2013|том=I|страниц=808|isbn=978-5-4344-0112-8}} — С. 309—336.</ref>.
 
== Метафаза хромосомаһының морфологияһы ==
35 юл:
Эукариот күҙәнәктәрҙә Һәр индивидуаль хромосоманың пары була. Улар ҙурлыҡтары, центромераһының урыны, формалары, биҙәге, гендарының төрө һәм һаны буйынса бер төрлө булалар. Бындай хромосомаларҙы [[гомологик хромосомалар]] тип атайҙар.
 
[[Күҙәнәк ядроһы|Ядро]]лағы индивидуаль хромосомалар йыйылмаһын гаплоид йыйылма ('''берәр төрҙән — n''') тип атайҙар. Әгәр [[Күҙәнәк ядроһы|ядро]]ла хромосомаларҙың һәр төрө икешәр булһа, хромосомалар йыйылмаһын диплоид йыйылма ('''парлы — —2n2n''') тип атайҙар.
 
Ядро эсендәге хромосомалар төрө, һаны (набор), формаһы һәр төр өсөн уникаль була. Һәр төргә хас хромосомалар йыйылмаһы кариотип тип атала.
45 юл:
Шуға күрә, һәр хромосомала ДНК молекулаһы (копиялар) икешәргә әйләнә.
 
Шулай итеп, пресинтетик фазала хромосомаларҙың индивидуаль йыйылмаһын — '''nc''', ә синтетик фазалағыһын — '''n2c''' формулаһы менән күрһәтеп була ('''n'''—хромосомалар— хромосомалар йыйылмаһы, '''с'''- — ДНК молекулалары һаны).
 
Шуға ярашлы, диплоид күҙәнәктең пресинтетик фаза формулаһы — '''2n2c''', синтетик фаза формулаһы   '''2n4c'''.
 
'''Һәр күп күҙәнәкле организмда ике төр күҙәнәктәрҙе айырып йөрөтәләр''':
 
* тәндең бөтә туҡымалары һәм органдары составына ингән соматик (енси булмаған) күҙәнәктәр ('''2n2c);'''
* енес күҙәнәктәре ('''nc).'''
 
'''Соматик күҙәнәктәр''' ядроһы хромосомаларҙың диплоид (икеләтә) йыйылмаһын туплай.
 
'''Енес күҙәнәктәре (гаметалар)''' ядроһында хромосомаларҙың гаплоид (берәр) йыйылмаһы була. Мәҫәлән, арыш хромосомаларының диплоид йыйылмаһы 14 хромосоманы үҙ эсенә алһа, гаплоид йыйылманың 7 хромосомаһы бар.
 
Әгәр кешенең диплоид йыйылмаһында 46 хромосома булһа, гаплоид йыйылмаһы 23 хромосоманан тора. Гаплоид йыйылмала һәр парҙан бер генә хромосома ҡала.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Хромосома» битенән алынған