Михай Мункачи: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
Sherbn (фекер алышыу | өлөш)
40 юл:
Иерусалим преторияһындағы (Иудеялағы Рим наместнигының ваҡытлыса резиденцияһы) күренеште мөмкин тиклем ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ итеп күрһәтер өсөн рәссам бик күп кейем тарихы буйынса альбомдар һәм Библияла яҙылған сюжеттар буйынса картиналарҙы ентекләп ҡарап сыға.
 
Мункачи Парижда эмиграция өсөн документтар көткән йәһүдтәрҙе үҙ оҫтаханаһына үҙенең картинаһы өсөн һүрәткә, фотоға төшөрөргә тип саҡыра. Был фотоһүрәттәрҙе һуңыраҡ ул картиналарын яҙғанда ҡуллана.
 
Барлығы Мункачи « Христос Пилат алдында» (1881) картинаһы өсөн 35 эскиз яҙай. Был трилогиянан икенсе картина «Голгофа» (1884) , өсөнсөһө «Ecce Homo» (1896). Тәүгеһен Америка эшҡуары Джон Уонамейкер һатып ала, уның өйөндә янғын сығып, был картина саҡ юҡҡа сыҡмай. Тәүге ике картинаны йәмәғәтселек хуплап ҡаршы ала, гәзиттәрҙә рәссамды маҡтап бихисап мәҡәлә донъя күрә. Ләкин йылдар үтеү менән тарихи ысынбарлыҡты күрһәткән картиналар сәнғәт һөйөүселәрҙе ҡыҙыҡһындырмай башлай. Уонамейкер ҙа уны алырға ашыҡмай. Картинаны инглиз- венгр консорциумы һатып ала, ә һуңыраҡ уны бай венгр завод эйәһе һәм сәнғәт әҫәрҙәрен йыйыусы Фридьеш Дери һатып ала<ref>maxpark.com/community/6782/content/3751422</ref>.