Вәлиев Ярулла Носратулла улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
23 юл:
Ярулла Носратулла улы Вәлиев 1921 йылдың 10 мартында [[Өфө губернаһы]] [[Өфө өйәҙе]] (хәҙерге [[Башҡортостан]]дың [[Нуриман районы]]ның) [[Бикмырҙа (Нуриман районы)|Бикмырҙа]] ауылында тыуған.
 
Үҙ ауылында башланғыс, күрше [[Үктәй]]ҙә ете йыллыҡ мәктәпте тамалағандан һуң [[Өфө]] [[ҡала]]һындағы Баһау Нуриманов исемендәге педагогия рабфагында уҡый. Һуңынан [[Бөрйән районы]] [[Иҫке Собханғол]] урта мәктәбендә уҡытыусы, РОНО-ла инспектор, район «Еңеү юлы» [[гәзит]]ендә яуаплы сәркәтип, мөхәррир булып эшләй. 1945 йылда өлкә партия мәктәбенә уҡырға инә, аҙаҡтан ситтән тороп [[Башҡорт дәүләт университеты|Башҡорт дәүләт педагогия институтын]] тамамлай.
 
1940 йылда Өфөләге уҡытыусыларҙы камиллашырыу институты янындағы педагогик курстарҙы тамамлай.
 
1940 йылдан [[Бөрйән районы]] [[Иҫке Собханғол]] урта мәктәбендә уҡытыусы, һуңынан РОНО-ла инспектор булып эшләй.
 
1941 йылда «Еңеү юлында» (хәҙерге «Таң») гәзитендә тәүҙә яуаплы сәркәтип (секретарь) була, ә 1942 йылдан яуаплы редактор вазифаһын тапшыралар.
 
1944 йылда ВКП(б)-ың Бөрйән районы комитетында бүлек мөдире итеп тәғәйенләнә.
 
1946 йылда ВКП(б)-ың Башҡорт өлкә комитеты яңындағы бер йыллыҡ партия мәктәбендә белем ала. Шул уҡ йылда ситтән тороп К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогик институтты тамамлай.
 
1946—1947 йылдарҙа «Большевик» (хәҙерге «Йүрүҙәнь») гәзитендә яуаплы редактор була.
 
1947 йылдан «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзитендә бүлек мөдире һәм әҙәби хеҙмәткәр вазифаһын алып бара. 1949 йылда «Ҡыҙыл таң» гәзитендә эшләй.
 
1950—1954 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре була.
 
1957 йылда Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты янындағы Юғары партия мәктәбен тамалай.
 
1957—1960 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре була.
 
1955 йылда « Ленин юлы» (ныне «Туймазинский вестник») гәзитендә бүлек мөдире, ә 1956 йылдан «Нефтяник Башкирии» гәзите хеҙмәткәре була.
 
1960—1965 йылдарҙа "Һәнәк" журналында бүлек мөдире, ә 1966—1975 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзитендә бүлек мөдире вазифаһын башҡара.
 
== Ижади эшмәкәрлеге ==