Кәбиров Марат Рәфил улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
16 юл:
Бер йыл колхозда эшләй һәм 1989 йылда [[Башҡорт дәүләт университеты]]ның журналистика факультетына уҡырға инә. Беренсе курстан һуң, ғаилә хәле буйынса, уҡыуын ҡалдыра һәм "Башҡортостан пионеры" балалар гәзитендә эшләй башлай. Бер йылдан яңы ғына асылған "Өмөт" татар гәзитенә күсә, унда 2000 йылға тиклем эшләй. Махсус хәбәрсе, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. Рәсәй һәм яҡын сит илдәрҙең "ҡыҙыу нөктәләрендә" оҙайлы ижади командировкаларҙа була.
 
1993-1999 йылдарҙа [[М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты]]ның филология факультетында ситтән тороп уҡый.
 
1995 йылдан [[Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы]] һәм Рәсәй яҙыусылар союзы ағзаһы.