София Венгерская: өлгөләр араһындағы айырма
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
З. ӘЙЛЕ (фекер алышыу | өлөш) "{{Государственный деятель |имя = София Венгерская |оригинал имени…" исемле яңы бит булдырылған |
З. ӘЙЛЕ (фекер алышыу | өлөш) |
||
9 юл:
== Тормошо ==
София, Бела II менән Илона Сербскаяның тәүге ҡыҙы булып, 1135 йылдар тирәһендә тыуа{{Sfn|Kristó|Makk|pp=177, Appendix 3|1996}}. Тәүге тапҡыр 1139 йыл хроникаһында, атаһы уны король Конрад III (1138―1152 йылдарҙа хакимлыҡ итә) улы Генрих менән йәрәшкәндә телгә алына. Ошонан һуң күп тә үтмәй, София Венгриянан Изге Рим империяһына юллана, күрәһең, унда ул [[немец теле]]н һәм никахҡа инеү өсөн һарай ғәҙәттәрен өйрәнгән{{Sfn|Lyon|2012|p=58}}. Әммә тиҙҙән Генрих вафат була һәм уларҙың никахы тормошҡа ашмай ҡала{{Sfn|Kristó|Makk|pp=177, Appendix 3|1996}}.
Атаһы, Һуҡыр Бела, 1141 йылда вафат була һәм артабанғы йылдарҙа уның вариҫы Геза II менән Конрадом III араһындағы мөнәсәбәттәр киҫкенләшә. 1140 йылдар уртаһында Конрад хатта бер ни тиклем ваҡыт власть өсөн көрәштә көнрәкше һәм Внгрия тәхетенә дәғүә итеүсе Борис Коломановичты яҡлай. Был көсөргәнеште хәл-торошта София менән Генрих араһындағы никах пландары тормошҡа ашырылмай. Шуға ҡарамаҫтан, София немец короллегендә була һәм артабанғы бер нисә йылда ла шунда йәшәй. Артабан ул [[Австрия]]лағы Адмонт монастыренә монахиня булып китә{{Sfn|Lyon|2012|p=58}}.
Герборд Михельсбергский һүҙҙәренә ҡарағанда, ул 1159 йылда Софияға бер хат яҙа. Был ваҡытта, никахы тарҡаплғандан һуң, ул Адмонт монастырендә йәшәгән була. Конрад III уны [[Венгрия]]нан киткәс үк, Генрихтың өйләнергә йәше еткәнсе тип, аббатлыҡҡа тәрбиәләнергә ебәрә. Никахтың бер ваҡытта ла тормошҡа ашмаясағы асыҡланғас, Софияның ағаһы уны ҡабат Венгрияға ҡайтарыу маҡсатында Адмонтҡа илселәр ебәрә. Әммә София үҙе ҡайтырға теләмәй һәм монастырҙә монахиня булып ҡала. Геза [[Австрия]]ға армия ебәреп, уны көс менән алыу тураһында план ҡора. Шулай ҙа һуңыраҡ, уны ҡайтарыу тураһында һөйләшеүҙәр алып барыу өсөн дипломатик миссия ебәрәргә ҡарар итә. Адмонт аббаты Софияны һайлау алдына ҡуя: ҡайтырға йәки ҡайтырға. Ҡыҙ таҙы ла үҙенең монахиня булып ҡалырға теләүен белдерә һәм Геза II, ниһайәт, уға аббатлыҡта ҡалырға рөхсәт итә{{Sfn|Lyon|2012|p=59}}.
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр|1}}
|