Сәлиғәскәрова Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
15 юл:
 
== Биографияһы ==
[[Башҡорт АССР-ы]] [[Бәләбәй кантоны]] [[Иҫке Ихсан]]  ауылында тыуған.
 
1938 йылдан хор артисткаһы була.
 
1938—1972 йылдарҙа [[Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры]]нда эшләй.
23 юл:
1941—1942 йылдарҙа Мәскәү консерваторияһының Башҡорт опера студияһында шөғөлләнә, унда уҡыған сағында театрҙа эшләүен дауам итә. [[Өфө музыка училищеһы]] уҡытыусыһы Римма Лазаревна Фишерҙан вокал дәрестәре ала<ref>[http://kulturarb.com/publ/biografii/vokalisty/magafura_saligaskarova/24-1-0-136 Культура РБ]</ref>.
 
1947 йылда Бөтә Рәсәй театр йәштәре смотрында ҡатнаша һәм «Кармен» операһынан Хабанераны башҡарған өсөн беренсе премия менән бүләкләнә. Һуңынан Прагала үткән Бөтә донъя демократик йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты була.
 
1953 йылдан КПСС ағзаһы. 3-сө саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты<ref>Салигаскарова Магафура Галиулловна // Музыкальная энциклопедия. — М., 1982. Т. 6. С. 906.</ref>.
 
== Ижады ==
Театрҙағы дебют сығышы 1941/42 йыл миҙгелендә [[Чайковский Пётр Ильич|П. И. Чайковскийҙың]] «Евгений Онегин» операһындағы Ольга партияһы була. Театрҙың төп солистарының береһенә әүерелә. [[Жорж Бизе|Жорж Бизеның]] «Кармен» операһындағы Кармен партияһы Мәғәфүрә Ғәлиулла ҡыҙының иң яҡшы партияларының береһе була. Йырсының концерт репертуарында сит ил, рус һәм башҡорт композиторҙарының ариялары һәм романстары, шулай уҡ халыҡ йырҙары була.
 
20-нән ашыу партия башҡарған: