Даниель Дефо: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Даниель Дефо''' (''ингл.'' Daniel Defoe; 1660 йыл тирәһе, Криплгейт райо…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Даниель Дефо''' (''[[Инглиз теле|ингл.]]'' Daniel Defoe; [[1660]] йыл тирәһе, Криплгейт районы, [[Лондон]] — [[1731]] йылдың [[24 апрель|24 апреле]], Сприндфел районы, Лондон) — [[Англия|инглиз]] яҙыусыһы һәм публицист. Күп йылдар дауамында инглиз разведкаһын һәм контрразведкаһын етәкләй. Башлыса «Робинзон Крузо»ның авторы булараҡ билдәле. Дефо [[Роман|роман]] жанрының [[Бөйөк Британия|Бөйөк Британияла]] киң танылыуына булышлыҡ итә, ә ҡайһы берәүҙәр уны инглиз романына нигеҙ һалыусыларҙың береһе тип атай. Дефо — төрлө яҡлы һәм емешле ижад иткән яҙыусы. Ул төрлө темаға (сәйәсәт, иҡтисад, енәйәтселек, дин, никах, психология, ғәжәйеп хәлдәр һ.б.) 500-ҙән ашыу китап, памфлет һәм журналдар яҙған. Ул шулай уҡ иҡтисади [[Журналистика|журналистикаға]] нигеҙ һалыусы булған. Мәҡәләләрендә буржуаз аҡыл, дин иркен таныу, [[Һүҙ азатлығы|һүҙ азатлығы]] яҡлы сығыш яһай.
Робинзон Крузо тураһындағы романдың урыҫ телле уҡыусыға бик билдәле булмаған дауамында Дефо уның Бөйөк Тартариялағы һәм унда урынлашҡан [[Ҡытай Халыҡ Республикаһы|Ҡытай]] һәм [[Рәсәй империяһы|Рәсәй империяларындағы]] мажараларын тасуирлай.
[[Файл:Daniel Defoe Kneller Style.jpg|мини|Даниель Дефо]]
Тормош юлы
{{Писатель|Имя=Даниель Дефо|Род деятельности={{прозаик|Великобритании XVIII века}}, {{публицист|Великобритании|XVIII века}}|Дата рождения=предположительно [[1660 год]]|Дата смерти=24.04.1731 (71 год)|Годы активности=|Направление=неизвестно|Жанр=|Язык произведений=|Роспись=}}
 
== Тормош юлы ==
Даниель Дефо ит һатыусы пресвитериан Джеймс Фо (1630—1712) ғаиләһендә донъяға килә, дини белем ала һәм пастор булырға әҙерләнә, ләкин сиркәү карьераһынан баш тартырға мәжбүр була. Сауҙа эше менән шөғөлләнә. 1681 йылдан дини тематикаға шиғырҙар яҙа башлай.
Герцог Монмуттың Яков II Стюартҡа ҡаршы ихтилалында һәм [[1685]] йылдың 6 июлендә ихтилалсылар еңелеүгә дусар булған Седжмур янындағы һуғышта ҡатнаша.