Башҡорт АССР-ы Юғары Советы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
53 юл:
== Башҡорт АССР-ы Юғары Советы ==
[[Файл:Govenmenthous2012Ufa.jpg|thumb|Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Йорто]]
[[Конституция БАССР 1978 года|БАССР-ҙың 1978 йылғы Конституцияһы]]наКонституцияһына ярашлы БАССР-ҙың Юғары Советы дәүләт власының иң юғары органы була һәм республика менән идара итеүгә ҡағылышлы СССР Конституцияһы, РСФСР Конституцияһы, Башҡорт АССР-ы Конституцияһы ҡуйған бөтә мәсьәләләрҙе хәл итеү хоҡуғына эйә була. Башҡорт АССР-ы Конституцияһын ҡабул итеү,уға үҙгәрештәр индереү, Башҡорт АССР-ының дәүләт иҡтисади һәм социаль үҫеш планын һәм дәүләт бюджетын, уларҙың үтәлеше тураһында отчетын раҫлау, үҙе ҡарамағындағы органдарҙы булдырыу Башҡорт АССР-ы Юғары Советы тарафынан тормошҡа ашырыла. Башҡорт АССР-ы закондары шулай уҡ Башҡорт АССР-ы Юғары Советы тарафынан ҡабул ителә.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы халыҡ һаны тигеҙ булған һайлау округтары буйынса һайланған 280 депутаттан тора.
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәисен һәм уның ике урынбаҫарын һайлай. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Рәисе Башҡорт АССР-ы Юғары Советы ултырыштары һәм уның эске тәртип ҡағиҙәләре менән етәкселек итә.
68 юл:
* Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы ҡарарҙарын һәм бойороҡтарын, район һәм ҡала (республика ҡарамағындағы ҡалалар) халыҡ депутаттары Советы ҡарарҙарын, улар законға тап килмәгән осраҡта, юҡҡа сығара;
* Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Маҡтау Ҡағыҙы менән бүләкләй, Башҡорт АССР-ының маҡтаулы исемдәрен булдыра һәм бирә.
 
== Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәистәре ==
[[Ибраһимов Рәхим Кирәй улы]] (июль 1938—1946)