Башҡортостан Хәрби-революцион комитеты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
YANBEK (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
{{мөхәррирләү|1=Тутыйғош|2=3 ноябрь 2016}}.
'''Башҡорт Совет республикаһы ваҡытлы хәрби революцион комитеты  '''(Башревком, 1919 йылдың 21 феврале   1920 йылдың  июле)  — [[Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы|Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы]]  хакимиәтенең  төп  дәүләт  органы.

== Тарихы ==
Башҡорт Совет республикаһының Ваҡытлы хәрби революцион комитеты  [[1919]] йылдың 21 февралендә [[Темәс]] ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының [[Баймаҡ районы]]) I  Бөтөн башҡорт хәрби съезында  булдырылды.  22 февралдә республика территорияһындағы власты  бөтә тулылығы менән Башревкомға йөкмәтелеүе хаҡында фарман сыға.

Ревкомдың беренсе рәйесе  [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мстислав Ҡулаев]]  була. Башревком  15 комиссариаттан ғибәрәт була  — сит ил эштәре, хәрби  ([[Әхмәтзәки Вәлиди]]  ), социаль тәьмин итеү ([[Мутин Илдархан Ибраһим улы|Илдархан Мутин]]), аҙыҡ-түлек (Абдулла Әҙеһәмов), һаулыҡ һаҡлау һәм финанс (У[[Ҡыуатов Усман Мөхәмәтғәлим улы|сман Ҡыуатов]]), игенселек (Ғәней Ҡарамышев), эске эштәр һәм милләттәр (Фатих Төхвәтуллин), хеҙмәт (Ильяс Алкин), мәғариф ([[Йәғәфәров Аллабирҙе Нурмөхәмәт улы|Аллабирҙе Йәғәфәров]]), юстиция ([[Бикбов Юныс Юлбарыҫ улы|Юныс Бикбов]]), тышҡы һәм эске  сауҙа (Сәғит — -Гәрәй Гәрәй Мағазов). Кантондар кимәлендә кантревкомдар барлыҡҡа килә.

Яңы хөкүмәт, ойошторолоуының беренсе көндәренән алып, Башҡорт ғәскәрҙеренең Совет власы яғына күсеү мәсьәләләре менән мәшғүл була. Һөҙөмтәлә [[1919]] йылдың 20 мартында Мәскәүҙә  [[Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеү|үҙәк Совет власы менән Башҡорт Хөкүмәте  Автономиялы Совет Башҡортостан  араһында Килешеү]]  төҙөлә.  Был тарихи актты Совет хөкүмәте яғынан Совнарком рәйесе [[Владимир Ленин]], Бөтөн  Үҙәк Башҡарма комитеты рәйесе Михаил Владимирский һәм милләттәр халыҡ комитеты етәксеһе  [[Иосиф Сталин]], башҡорттар яғынан  — Башҡорт хөкүмәте  рәйесе  [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мөхәмәтхан (Мстислав) Ҡулаев]],   Башревком ағзаһы  [[Халиҡов Муллайән Дәүләтша улы|Муллаян Халиков]] һәм  Башҡорт ғәсҡәре  адъютанты  Әбдрәшит Бикбауов<ref>[http://www.agidel.ru/?param1=14667&tab=2 Башҡортостан Республикаһы Автономияһы]</ref>. Артабан  Башревком үҙәк Совет власының Башҡорт Хөкүмәте  менән Автономиялы Совет Башҡортостан тураһындағы Килешеүҙе  тормошҡа ашыра башлай, дәүләт идаралығы реформаһын  советтар ҡоролошона тап килтереп үткәрә.

1919 йылдың  апреленән август айына тиклем, Колчак армияһы һөжүме осоронда, Башревком [[Саранск]]  ҡалаһына эвакуациялана.

1919 йылдың 15 сентябрендә ВЦИК - — тың "«Дәүләт аппаратының тулыһынса Башҡорт революцион комитетына тапшырылыуы  һәм Башҡорт Совет Республикаһының территорияһында идара итеүҙе ойоштороу тураһында"» ҡарары ҡабул ителә.
[[1918]] йылдың 18 ноябрендә  1-се Башҡорт партия конференцияһы уҙғарыла, уның һөҙөмтәләре буйынса  Башревком ағзалары ([[Йомағолов Харис Йомағол улы|Йомағолов]], Каспранский, И. Рәхмәтуллин)  Башҡорт партия ойошмаһы өлкә комитеты составына инә.

Башревком позицияһы күп кенә мәсьәләләр, айырыуса автономия һәм федерализм принцибының ғәмәлгә ашырылыуы һәм республика менән идара итеү һәм уны етәкләү буйынса,РКП (б)-ның Б[[КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты|ашҡорт өлкә комитеты]], Башҡорт ғәҙәттән тыш комиссияһы, Башҡорт хәрби комитеты, Башҡорт ауыл халыҡ хужалығы, Башҡорт  халыҡ аҙыҡ - — түлек комитеты ағзаларының  ҡараштары менән тап килмәй<ref name="БашРевКом">Башревком.// Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия. — Өфө: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 166. — 672 с. </ref>. Был ҡапма - — ҡаршылылыҡ   1920 йылдың 15 ғинуарынан 16 ғинуарға ҡараған төндә Башҡорт ғәҙәттән тыш комиссияһы   ағзаларының Башревком тарафынан ҡулға алыныуына  килтерә.
[[Файл:Члены_Башкирского_Правительства.png|мини|  Башҡорт Хөкүмәте ағзалары]]
1920 йылдың 12 мартында Башревком Бөтөн үҙәк башҡарма комитеты, РКП (б), Көнсығыш коммунистары Үҙәк бюроһы, Төркестан фронты Реввоенсоветына ғариза менән мөрәжәғәт итә. Был мөрәжәғәттә Башревком Үҙәкте килешеүҙәрҙең шарттарын боҙоуҙа ғәйепләй һәм республиканан Мәскәү вәкилдәрен  — Башҡортостан автономияһы дошмандарын  — саҡырып алыуҙы һәм партия органдарының административ эштәргә ҡыҫылмауын  талап итә<ref name="БашРевКом">Башревком.// Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия. — Өфө: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 166. — 672 с. </ref>.

1920 йылдың 19 майында Бөтә үҙәк башҡарма комитеты "«Совет Башҡорт Автономия республикаһының дәүләт ҡоролошо тураһында"» исемле декрет ҡабул итә.  Ике йыл элек Килешеүҙә раҫланған республика хоҡуҡтары сикләнгән булып сыға. Был ҡарар менән ризалашмай, Башревком 16 июндә  тулы составта отставкаға китә. Яңы состав  26 июндә һайлана.

1920 йылдың июлендә Стәрлитамаҡ ҡалаһында   БАССР-ҙың 1-се Советтар съезы үткәрелә һәм Башревком урынына дәүләт власының  даими юғары органы  — [[Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты|БАССР - — ҙың үҙәк башҡарма комитеты]]  — булдырыла.

==  Башревком рәистәре ==
* Ҡулаев [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Ҡулаев Мстислав  Александрович]]  (22.2.1919  — 17.5.1919, Карамышев Ғәней Батыргәрәй улы ваҡытлыса эш башҡарыусы вазифаһында);
* [[Йомағолов Харис Йомағол улы]]  (17.5.1919  — 20.1.1920);
* [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Валидов Әхмәт-Зәки Әхмәтшах улы]]  (24.2.1920  — 16.6.1920);
* [[Мансырев Фәйзулла Сәйет улы|Мансырев Файзулла Сәит улы]]  (26.6.1920  — 28.7.1920).

== Әҙәбиәт ==
* М. М. Ҡолшарипов. Башҡорт милли хәрәкәте (1917-19211917—1921 йылдар) / Марат Ҡолшарипов. — Өфө: Китап, 2000. — 368 бит.

== Иҫкәрмәләр ==
37 юл:

== Һылтанмалар ==
* ''Ҡасимов С. Ф.'' [http://www.башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/2-statya/7825-bashkirskij-voenno-revolyutsionnyj-komitet Башҡорт хәрби-революцион комитеты ] // [http://www.башкирская-энциклопедия.рф/ Башкирская энциклопедия]. — Өфө: НИГЫ "«Башҡорт энциклопедияһы"», 2013. — ISBN 978-5-88185-143-9.
* ''[[Ҡолшәрипов Марат Мәхмүт улы| М. М. Ҡолшәрипов]]'' Үҙәк Совет хакимиәте менән Башҡорт хөкүмәте Автономиялы Совет Башҡортостаны тураһында килешеүе  // Башкирская энциклопедия. 7 т. / башлыҡтары. ред. М.  А.  Ильгамов. — Өфө: Башкирская энциклопедия, 2010. — Т. 6. — С. 7. — 544 . с. — ISBN 978-5-88185-071-5.
* Башревком.// Башҡортостан: ҡыҫҡаса энциклопедия. — Өфө: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 166. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
[[Категория:Башҡортостан тарихы]]