Тәмәке (үҫемлек): өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
→‎Үҫтереү һәм ҡулланыу тарихы: Баҫылған хата төҙәтелде
Тамғалар: Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
→‎Үҫтереү һәм ҡулланыу тарихы: Баҫылған хата төҙәтелде
Тамғалар: Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
46 юл:
[[XV быуат]] аҙағында атаҡлы [[Португалия]] сәйәхәтсеһе [[Христофор Колумб]] Америка ҡитғаһын аса. Был мөғжизәле ерҙән Колумб һәм уның диңгеҙселәре Европаға төрлө экзотик емештәр менән бергә тәмәке лә алып ҡайта. Шунан башлап Европала, аҙағыраҡ Азияла һәм башҡа ерҙәрҙә тәмәке тартыу ғәҙәте тарала. Европалылар тәмәкенең нимә икәнен белмәй әле. Иң беренсе булып Христофор Колумб экспедицияһында ҡатнашыусылар таныша. Улар индейҙар япраҡтарҙы төрөп трубкаға беркетеп ҡуйыуҙарын, осонда ут күренгән трубканы һурып, ауыҙҙарынан төтөн сығарыуҙарын күргән. Был трубканы индейҙар «сигаро» тип атаған.
 
[[XVI быуат]]ҡа тиклем тәмәке тик [[Төньяҡ Америка|Төньяҡ]] һәм [[Көньяҡ Америка]]ла ғына үҫә. [[Европа]]ға тәмәкене [[1493]] йылда Колумбтың икенсе экспедицияһы ваҡытында испан монархы Роман Панно алып ҡайта. [[1556]] йылда француз сәйәхәтсеһе Андре Теве [[Бразилия]]нан тәмәке орлоғо алып килеп, [[Франция]]ла үҫтерә башлай. [[Португалия]]лағы Франция илсеһе Жан Нико уны баш ауыртыуы (мигрень) менән яфаланыусы [[Екатерина Медичи]]ға бирә. Нико тәҡдиме менән королева тәмәкене ваҡлай һәм еҫкәй. Ысынлап та, бер ни ҡәҙәр ваҡытҡа был уға еңеллек килтерә, һәм Жанно Нико хөрмәтенә был дауа сараһын Екатерина Медичи '''[[никотин]]''' диптип атай. Шулай итеп, тәмәкене һәр төрлө ауырыуҙарҙан дауаланыу сараһы итеп ҡуллана башлайҙар. Ләкин был оҙаҡ дауам итмәй. Тәмәке менән йыш ағыуланыу, тәмәке тартыу нәтижәһендә килеп сыҡҡан янғындар кешеләрҙе аптырашта ҡалдыра. Ниһәйәт, улар тәмәкенең зарарлы әйбер икәненә төшөнә.
 
[[Рәсәй]]гә тәмәкене инглиз сәүҙагәрҙәре алып килә. Ул ваҡытта тәмәкене тартыу һәм еҫкәү ҡәтғи рәүештә эҙәрлекләнә.Тотолған кеше төрлөсә язалана, ҡамсы менән һуҡтырыла, ә тәмәке һатыусыларҙың танауын киҫәләр һәм һөргөнгә ебәрәләр. Власҡа [[Петр I]] килгәс, тәмәкене тыйыу турыһындағы законды юҡҡа сығара. Шунан һуң кешеләр тәмәке тартыуға тартыла башлай.