Орлоҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
9 юл:
Орлоҡ тыш яҡтан шыма ялтыр ҡабыҡ менән ҡапланған. Ул орлоҡто артыҡ ныҡ кибеүҙән һәм зарарланыуҙан һаҡлай.
Ҡабыҡтың төрлө төҫтә булыуы мөмкин. Орлоҡтоң батынҡы яғында уны орлоҡ эргәлеге менән тоташтырыусы йәй— орлоҡ һабының эҙе күренә.
Орлоҡ ҡабығы аҫтында бәбәк урынлашҡан. Ул ике орлоҡ өлөшөнән һәм улар араһында урынлашҡан тамырсанан, һабаҡсанан һәм бөрөсәнән тора . Уларҙы тик лупа аша ғына яҡшы күрергә мөмкин. Эре, ҡалын орлоҡ өлөштәрендә туҡлыҡлы матдәләр запасы була. Борсаҡ һәм башҡа ҡуҙаҡлы үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө лә шундай уҡ. Ләкин, мәҫәлән, тиле торманың һәм көтөүсе муҡсаһының туҡлыҡлы мат¬дәләрматдәләр запасы орлоҡ өлөштәрендә генә түгел, бәлки бәбәктең башҡа өлөштәрендә лә — тамырсала һәм орлоҡ өлөштәренән түбәнерәк, һабаҡта урынлашҡан, ә бөрөсәһе әле үҫешмәгән.
Бәбәктәре ике орлоҡ өлөшөнән торған сәскәле үҫемлектәрҙе ике өлөшлөләр тип атайҙар, мәҫәлән, имән, алмағас, кишер, астра, ҡабаҡ, көнбағыш, лютик, мәк һ. б..
Ләкин ике өлөшлө бөтә үҫемлек орлоҡтарының төҙөлөшө фасоль йә көтөүсе муҡсаһыныҡы кеүек түгел. Лютиктың һәм миләүшәнең ҙур булмаған бәбәге эндосперм — туҡлыҡлы матдәләр запасы тупланған махсус күҙәнәктәр менән уратып алынған. Шуға күрә күҙәнәктәрҙән торған орлоҡ ҡабығы бәбәкте түгел, ә эндоспермды уратып алған.<ref>Биология: Үҫемлектәр, бактериялар, бәшмәктәр, лишайниктар: Урта мәктәптең 6-7 класстары өсөн дәреслек. 23-сө баҫманан тәржемә. Башҡортса икенсе баҫмаһы. — Өфө: Башҡортостан "Китап" нәшриәте, 1995. — 256 б., ил. — ISBN 5-295-01185-2. Башҡортсаға тәржемә С.И. Йәнтүрин</ref>
 
==Бер өлөшлө үҫемлектәр орлоғоноң төҙөлөшө==
75 юл:
 
==Орлоҡтарҙы сәсеү ваҡыты һәм уларҙы күмдереү тәрәнлеге==
Орлоҡтарҙың шытып сығыуы өсөн кәрәкле шарттарҙы иҫәпкә алып, сәсеү ваҡытын билдәләйҙәр.Орлоөтарҙың шытып сығыуы өсөн һыу, һауа һәм йылы кәрәк.Быларҙың бөтәһен дә орлоҡтар үҙ ваҡытында сәскәндә генә ала. Иртә яҙ тупраҡта бик күп ямғыр һәм ҡар һыуы туплана, ләкин тупраҡ әле йылынып өлгөрмәй. Иртә яҙҙа тик һалҡынға сыҙамлы үҫемлектәрҙең (бойҙай, һоло, арпа, борсаҡ ) орлоҡтарын ғына сәсәләр. Был үҫемлектәрҙең орлоҡтары түбән температурала һәм дым мул булғанда шытып сыға.
Йылыны күп талап итеүсән үҫемлектәрҙең орлоғон тупраҡ "терлек кимәлдә йылынғас сәсергә тура килә.
Шулай ҙа йылы яратыусан үҫемлектәрҙең (кукуруз, фасоль, ҡыяр, ҡабаҡ, ҡауын, томат ) орлоҡтарын сәсеүҙе һуң¬латырға ярамай. Ҡояш көндән-көн нығыраҡ ҡыҙҙыра, һәм туп¬раҡ кипкәндән-кибә бара. Шуға күрә был үҫемлектәрҙең орлоҡтарын сәсеүҙе һуңлатыу уңышты кәметә. «Яҙғы бер көн — йыл аҫрай» тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Быны иҫәпкә алып, йылы яратыусан үҫемлектәрҙең орлоҡтарын мөмкин тиклем иртәрәк, тупраҡ 10—12° С-ҡа тиклем йылынғас та сәсергә кәрәк. һуң сәселгән орлоҡтар йылы, ләкин ҡоро тупраҡҡа эләгә, һәм улар оҙаҡ шытмай ятасаҡ, был иһә уңышты кәметәсәк.
Орлоҡтарҙың үҙ ваҡытында сәселеп тә тупраҡҡа тәрән күмелмәй ҡалыуы мөмкин. Ул ваҡытта улар яҙғы ҡояштың эҫенурҙары аҫтында кибеп бөтәсәк. Әгәр ҙә тупраҡҡа артыҡ тәрән сәселһә, шытымдар насар буласаҡ.Бик тәрән күмдергәндә үҫенделәргә һауа етешмәй. йәш үҫенделәр өҫкә тишеп сыға алмай. Шуға орлоҡтарҙы тейешле тәрәнлектә генә сәсергә кәрәк.
 
==Әҙәбиәт==
<references/>
[[Категория:Биология|Үҫемлектәр ]]
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Орлоҡ» битенән алынған