Фәхретдинов Ғабдрахман Ризаитдин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
38 юл:
1918 йылдың декабрендә, Дутов менән мөнәсәбәте тамам боҙолоп, Башҡорт хөкүмәте Ырымбурҙан күсенергә мәжбүр була. Артабанғы документтарҙа Ғабдрахман Фәхретдиновтың исеме осрамай. Ул Ырымбурҙа ҡалған булһа кәрәк. Ул икенсе тапҡыр Башҡорт хөкүмәтенә, дөрөҫөрәге Башревкомға, эшкә 1919 йылдың сентябрендә инә.
 
1919 йылдың 24 сентябрендә Ғабдрахман Фәхретдинов Башҡорт Совет Республикаһының Социаль тәьминәт халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. Сентябрь-октябрь айҙарында, [[Өфө губернаһы]] властарынан автономияға ингән башҡорт волостарын ҡабат ҡайтарыу буйынса комиссия составында эшләй. Бер үк ваҡытта, комиссар Илдархан Мутин урынына, республиканың Социаль тәьминәт комиссары вазифаһын башҡара. 1920 йылдың апреленән Башҡортостандың Дәүләт нәшриәте коллегияһы ағзаһы, артабан нәшриәт мөдире урынбаҫары булып эшләй. 1923—1924 йылдарҙа БАССР хөкүмәтендә (Башсовнарком) тәржемәсе булып эшләй. Хөкүмәт ҡарарҙары, бойороҡтарын башҡортсаға тәржемә итеү эше менән шөғөлләнә.
 
[[1920-се йылдар|20-се йылдар]] башында Ғабдрахман Фәхретдинов башҡорт халҡының тарихын өйрәнә, материалдар туплай. Ошо эштең һөҙөмтәһе булып, 1925 йылда уның «Башҡорт тарихы» тигән китабы донъя күрә. Ул хеҙмәтендә боронғо дәүерҙәрҙән алып хәҙерге көндәргә, йәғни Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы барлыҡҡа килгән ваҡытҡа тиклем, башҡорт халҡының тарихына байҡау яһай. «Ғабдрахман Фәхретдиновтың „Башҡорт тарихы“ иһә, йәш республиканың рәсми рәүештә үҙ тарихына ғәҙел бер ҡараш ташлау ынтылышы өлгөһө булып тора», — ти милли матбуғат тарихын өйрәнеүсе Р. Рәжәпов.
 
Атаһы, Үҙәк диниә назараты мөфтөйө Ризаитдин Фәхретдиновтың, вафатынан һуң, 1936 йылдың июлендә НКВД органдары Ғабдрахман Фәхретдиновты ҡулға ала. Уны атаһының контрреволюционерҙар менән бәйленешенбәйләнешен йәшереүҙә ғәйепләйҙәр. Ярты йыл тирәһе НКВД органдары ҡулында, [[Өфө]] төрмәһендә ултыра. 1936 йылдың аҙағында шунда вафат була.
 
== Хеҙмәттәре ==