Исламов Динис Фәтхи улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
"'''Динис Фәтхи улы Исламов''' (1921 йылдың 15 декабре, Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (х…" исемле яңы бит булдырылған
 
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Динис Фәтхи улы Исламов''' (1921 йылдың 15 декабре, [[Өфө губернаһы]] [[Өфө өйәҙе]] (хәҙер Башҡортостан Республикаһының [[Шишмә районы]]) [[Яңы Муса ауылы]] - 1973 йылдың 14 апреле, Өфө ҡалаһы) - башҡорт яҙыусыһы.
 
== Тормошо ==
 
Динис Фәтхи улы Исламов 1921 йылдың 15 декабрендә элекке Өфө губернаһы Өфө өйәҙе (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Шишмә районы) Яңы Муса ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде тыуған ауылындағы мәктәптә ала, артабан күрше Иҫке Муса ауылындағы мәктәптә уҡый. 1936 йылда Өфөләге «Востоксталь» металлургия рабфагына уҡырға инә. Уны тамамлағандан һуң, ете йыллыҡ мәктәптәр өсөн тарих уҡытыусылары әҙерләй торған бер йыллыҡ курста уҡый.
1940 йылда Динис Исламов [[Көйөргәҙе районының]] Таймаҫ урта мәктәбендә уҡыта башлай. Оҙаҡ та тормай, хәрби хеҙмәткә саҡырылып, Архангельскиҙәге хәрби инженерҙар училищеһына уҡырға ебәрелә.
Илдең төньяғында хеҙмәт иткән сағында Бөйөк Ватан һуғышы башлана, һәм 1942 йылда Д. Исламов фронтҡа алына. Ул Донбасс өсөн һуғыштарҙа, Днепрҙы кисеүҙә ҡатнаша, тәүҙә рота командиры, унан һуң уҡсылар полкы инженеры булараҡ, Одессаны азат итеүҙә, Днестр плацдармын алыуҙа, Белоруссия, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша.
1947 йылда демобилизациялана. Өфөгә ҡайтып «Кызыл таң» гәзитенә эшкә урынлаша.
58 юл:
== Әҙәбиәт ==
 
* [[Вәхитов Ә.Х.]] Йылдар тауышы. // Ижади портреттар, Өфө, 1976й., 3-110-сы биттәр;
* [[Байымов Р.Н.]] Һалдат рухлы тормошсан ижад. // Д. Исламов. Әҫәрҙәр. I том. Өфө, 1986 й., 5-10-сы биттәр;
* [[Вәлиев Ә (Әкрәм Вәли)]]. Уңышлы көн. - «Әҙәби Башҡортостан» журналы, 1955, №3;
* Ғәбсәләмов З. Д. Исламовтың повесы һәм хикәйәләре. - «Әҙәьи Башҡортостан» журналы, 1955, №11;
* Коптяева А. Повесть о девушках. - «Литератуная жизнь» гәзите, 1958, 9 апрель;
* Латипов Р. «Ҡыҙҙар» повесы тураһында. - «Әҙәби Башҡортостан журналы», 1955 й., №2;
* [[Хәкимов Ә. Х.]] Еңеү юлының башы. - «Ағиҙел» журналы, 1968 й., №2;
* Баимов Р.Н. Послесловие к книге Д. Исламова. Уфа, 1974;
* [[Атнабаев Ә.Ҡ.]] Инеш һүҙ. // Д. Исламов. Йылдар тауышы. Өфө, 1981 й..
 
 
== Сығанаҡтар ==
 
* [[Ғәйнуллин М.Ф.]], [[Хөсәйенов Ғ.Б.]] Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Өфө, 1988 й., 165-166-сы биттәр;
* Писатели земли башкирской. Справочник. Уфа, 2006 й., стр. 211-212;
* Башкирская энциклопедия. Т.3. Уфа, 2007 г., стр. 204-205.