Ҡалмыҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
YANBEK (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
24 юл:
{{флагификация|Киргизия}}: 12 000 <br/>
{{флагификация|Казахстан}}: &nbsp;&nbsp;422 (2009 й. халыҡ иҫәбен алыу)<ref name="Каз2009">
[http://www.stat.kz/p_perepis/Pages/default.aspx Агентство Республики Казахстан по статистике. Перепись 2009.] ([http://www.stat.kz/p_perepis/Documents/%D0%9D%D0%B0%D1%86%20%D1%81%D0%BE%D1%81%D1%82%D0%B0%D0%B2.rar Национальный состав населения].rar)</ref><ref>По переписи 1989 года в Казахстане было 1 127 калмыков ([[Демоскоп Weekly]]. [http://demoscope.ru/weekly/ssp/sng_nac_89.php?reg=5 № 433—434]).</ref>
{{Башҡортостан флагы}} [[Башҡортостан]]: 70 (2010 й.)<ref name="ReferenceA"/>
| вымер =
37 юл:
}}
 
'''Ҡалмыҡтар''' ({{lang-xal|хальмг, хальмгуд}}, {{lang-mn|халимаг}})  — [[Ҡалмыҡ Республикаһы]]ның төп халҡы. Дөйөм һаны  — 200 мең кеше. Милли теле  — [[Монгол телдәре|монгол төркөмөнөң]] [[ҡалмыҡ теле]].
 
== Айырыу ==
43 юл:
 
== Тарих ==
[[FileФайл:Татарии обитатели. Николас Витсен.JPG|thumb|left|Николас Витсен. Ҡалмыҡ ҡылыс менән]]
Ҡалмыҡтар этник яҡтан [[Алтай]] һәм Көнбайыш Себерҙең монгол һәм төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. XVII быуат алып көнбайыш монголдар  — ойраттар (байттар, дербеттар, захчиндар, торғуттар, хошугтар һәм башҡалар) составында була. XV—XVI бб. Көнсығыш [[Монголия]], [[Ҡытай]] һәм [[Урта Азия]]ның төрки ханлыҡтары менән һуғыштар алып баралар. XVI—XVII бб. аҙағында көсһөҙләнгән ойраттар яңы ерҙәргә күсенеп ултыра башлай. XVII быуат башында ҡалмыҡтар [[Башҡортостан]]дың көньяҡ-көнсығыш райондарында урынлаша. Ҡалмыҡтар [[башҡорттар]]ға ойошторған даими сапҡындары ер бәхәстәренә килтергән. Ҡалмыҡтар [[Башҡортостан]]дың көньяҡ-көнбайышында башҡорт ерҙәрен баҫып алыуы [[Башҡорт ихтилалы (1662—1664)|Башҡорт ихтилалына (1662—1664)]] сәбәпсе була. [[Башҡорт ихтилалдары]]нда (XVII—XVIII бб.) Ҡалмыҡтар баш күтәреүселәр яғында ла, хөкүмәт ғәскәрҙәре яғында ла сығыш яһай. [[Башҡорт ихтилалы (1681—1684)|Башҡорт ихтилалында (1681—1684)]] ҡалмыҡ ханы Әйүкә башҡорттар яҡлы була, ләкин 1683 йылда урыҫ хөкүмәте яғына сыға, Башҡортостанға баҫып инеп, башҡорт йәйләүҙәрен туҙҙыра, ҡайһы бер башҡорт ихтилалдарын баҫтырыуҙа ҡатнаша (Башҡортостанға [[1708]] йылда 10 меңлек, [[1710]] йылда 5 меңлек ғәскәр ебәрә). XVIII быуат башына көнсығыш Башҡортостанда 6 меңгә яҡын Әйүкә ҡалмыҡтар ғаиләһе йәшәй. Ҡайһы бер ғалимдар фекеренсә, башҡорттарҙың ҡалмаҡ ҡәбиләһенең килеп сығышы, Башҡортостандың көньяҡ һәм көнсығышында йәшәгән ҡайһы бер ырыу бүленештәре ҡалмыҡтар барып тоташа.
 
== Ҡалмыҡтар һан иҫәбе ==
Ҡалмыҡтар [[Ҡалмыҡ Республикаһы|Ҡалмығстандың]] төп халҡы. Ҡалмыҡтар һаны [[1989]] йылда [[Ҡалмыҡ АССР]]‑ында  — 146,3 мең, [[РСФСР]]‑ҙа  — 165,8 мең, [[2002]] йылда РФ‑та  — 173,9 мең, шул иҫәптән [[Башҡортостан]]да  — 70; [[2010]] йылда ошоға ярашлы 183,4 мең һәм 44 кеше.
 
== Хужалығы ==
[[Файл:Чаепитие калмыков.jpg|thumb|Ҡалмыҡ сәйләү|220px]]
[[FileФайл:Kalmyk Encampment.jpg|thumb|Ҡалмыҡ тирмә]]
Ҡалмыҡтар күсмә малсылыҡ менән бергә игенселек, һунарсылыҡ һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән. Башлыса йылҡы малы һәм һарыҡ, һирәкләп һыйыр малы, кәзә һәм дөйә үрсеткәндәр. Арыш, бойҙай, тары, етен, тәмәке һәм башҡа үҫтергәндәр. Тире иләү, кейеҙ баҫыу, сигеү, туҡыу кеүек һөнәрҙәр үҫешкән. XIX быуат башына тиклем ҡалмыҡтар торамалары түңәрәк формаһында урынлаштырылған, уның уртаһында йәмәғәт йыйылыштары үткәрелгән, мал тотоу урыны һәм башҡалар булған. XIX быуат рәт-рәт итеп төҙөлгән даими торамалар барлыҡҡа килә башлай. Тирмә (кейеҙҙән, монголдарҙыҡы кеүек рәшәткәле йыйылма ағас каркастан эшләнгән) төп торлаҡ булған. Көймәле арбаларҙы ла файҙаланғандар. Шулай уҡ ер өйҙәрҙә, ярым ер өйҙәрҙә йәшәгәндәр.
 
== Кейеме ==
[[FileФайл:076 Description of all the Russian state-dwelling peoples.jpg|thumb|Ҡалмыҡ. XVIII быуат аҙағында]]
Ғәҙәти ирҙәр кейеме асыҡ муйынлы аҡ күлдәктән, буҫтау салбарҙан һәм ҡайыш менән быуылған билле бишмәттән торған. Аяҡҡа тиренән тегелгән йомшаҡ итек кейгәндәр (ҡышын кейеҙ ойоҡ, йәйен киндер силғау менән). Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме ситса йәки йөн күлдәктән (уның өҫтөнән еңһеҙ кейем кейгәндәр) һәм салбарҙан торған. Биҙәнеү әйберҙәренә сәс һәм маңлай биҙәүестәре, алтын, көмөш, аҫыл һәм ярым аҫыл таштарҙан яһалған һырға, сәс ҡыҫтырғыстар һәм башҡа ингән.
 
=== Ҡатын-ҡыҙ кейеме ===
Ғәҙәти ирҙәр кейеме асыҡ муйынлы аҡ күлдәктән, буҫтау салбарҙан һәм ҡайыш менән быуылған билле бишмәттән торған. Аяҡҡа тиренән тегелгән йомшаҡ итек кейгәндәр (ҡышын кейеҙ ойоҡ, йәйен киндер силғау менән).
 
=== Ирҙәр кейеме ===
74 юл:
== Дин ==
[[FileФайл:Kalmyk Khurul Tsagan Aman.jpg|thumb|Хурул Цаган Аманда]]
Диндарҙарҙың күпселеге [[буддистар]], бер өлөшө [[православие]] динен тота.
 
80 юл:
{{main|Ҡалмыҡ теле}}
Ҡалмыҡ теле алтай телдәре ғаиләһенең монгол тармағына ҡарай, ҡалмыҡтар күпселеге ҡалмыҡ һәм [[урыҫ теле|урыҫ телдәрен]] белә.
 
== Сығанаҡтар ==
* [http://xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/read/8-statya/7590-almy-tar/ Башҡорт энциклопедияһы. Ҡалмыҡтар]
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{иҫкәрмәләр}}
 
== Сығанаҡтар ==
* [http://xn----7sbacsfsccnbdnzsqis3h5a6ivbm.xn--p1ai/index.php/read/8-statya/7590-almy-tar/ Башҡорт энциклопедияһы. Ҡалмыҡтар]
 
== Әҙәбиәт ==
* Кузеев Р. Г.  Народы Среднего Поволжья и Южного Урала. М., 1984;
* Проблемы этногенеза калмыков. Элиста, 1984.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡалмыҡтар» битенән алынған