Өфө өйәҙе: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
YANBEK (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә clean up using AWB
17 юл:
 
== Тарих ==
XVI быуат аҙағында Рус дәүләте составына ингән [[башҡорттар]]ҙың территорияһында ойошторола. Административ үҙәге — [[Өфө]] ҡалаһы. Өйәҙ [[Ҡазан даруғаһы]], [[Нуғай даруғаһы]], [[Уҫы даруғаһы]], [[Себер даруғаһы]] һәм улустарға бүленгән. Дөйөм идара Ҡазан һарайы приказы менән башҡарыла, воеводалар тәғәйенләү — Разряд приказы, күрше халыҡтар менән дипломатик мөнәсәбәттәр — Илселек приказы, һарай улустары һәм ауылдары Оло һарай приказы ҡарамағында була. Урындағы идаралыҡ органы булып Өфө приказ йорто иҫәпләнә. XVIII быуат башындағы административ‑территориаль реформалар барышында Өфө өйәҙе [[Өфө провинцияһы]]на үҙгәртелә. [[1781]] йылда [[Өфө наместниклығы]] составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының үҙәк өлөшө инә. [[1796]] йылда алып — Ырымбур губернаһы, [[1865]] йылдаң — Өфө губернаһы составында.
 
== География ==
[[1865]] йылда Өфө өйәҙе бер өлөшө [[Златоуст өйәҙе]]нә инә. Сиктәре: төньяҡ‑көнбайышта — Кама йылға һул яры буйлап (урыны менән уң ярының өлөшө); көньяҡ‑көнсығышта һәм көньяҡта – Тубыл йылға (Иртыш йылға ҡушылдығы) үрге ағымынан, [[Яйыҡ]] йылға урта ағымынан һәм уның ҡушылдығы Илектән алып Оло һәм Кесе Өйәҙән йй. тиклем; көнбайышта – [[ИҙелВолга]] йылға тиклем. [[Башҡортостан]]дың көнсығыш һәм төньяҡ‑көнсығыш өлөштәре Верхотор, Тубыл, Төмән, Чердынск өйәҙҙәре составына инә. XVIII быуат аҙағында төньяҡ‑көнбайышта – Бөрө өйәҙе, төньяҡ‑көнсығышта һәм көнсығышта – [[Троицк өйәҙе]], көньяҡ‑көнсығышта — Верхнеурал өйәҙе, көньяҡта – [[Стәрлетамаҡ өйәҙе]], көньяҡ‑көнбайышта [[Бәләбәй өйәҙе]] менән сиктәш була. Административ үҙәге — [[Өфө]] ҡалаһы. Майҙаны — 18 672,2 км² (1897).
 
== Халҡы ==
XVIII быуат аҙағында — 61 258 кеше (шул иҫәптән [[башҡорттар]] – 8445), [[1897]] йылда — 372906 ([[башҡорттар]] — 114493, [[латыштар]] — 1658, [[мариҙар]] — 3968, [[мишәрҙәр]] — 1176, [[мордвалар]] — 3826, [[татарҙар]] — 4523, [[типтәрҙәр]] — 9001, [[украиндар]] — 1241, [[урыҫтар]] — 228302 һәм башҡа). XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 335 586 крәҫтиән, 27 143 мещан, 5 665 дворян һәм башҡа иҫәпләнә; мосолмандар — 125 318, православие динендәгеләр — 241 324 (шул иҫәптән 8 876 старообрядсы), протестанттар — [[1872]] һәм башҡа. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, өйәҙ терр‑яһында 7‑се башҡорт һәм 4‑се мишәр кантондары ойошторола. [[1865]] йылда Өфө өйәҙе — 5, 1896 йылда 6 станға бүленә. [[1879]] йылда — 25 (Архангел, Баҡай, Благовещен, Богородский, Бүләкәй‑Көҙәй, Воскресенка, Дмитриевка, Дыуанай, Йомаш, Илек, Ҡазан, Ҡара Яҡуп, Ҡытау, Ҡытаутамаҡ, Ҡырмыҫҡалы, Надеждино, Никольск, Нуғай, Осоргин, Петропавловка, Покровка, Сафар, Урман‑Көҙәй, Шәрип, Эҫем), [[1917]] йылда 43 улус була. XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 1 508 торама пункт иҫәпләнә. Халҡы башлыса игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән.
 
== Иҡтисад ==
[[1904]] йылда һөрөнтө ер майҙаны (мең дисәтинә) 216,8 тәшкил итә, шул иҫәптән арыш сәсеүлеге — 95,1, һоло — 42,2, тары — 26,1, ҡарабойҙай — 19,6, бойҙай — 11,5, борай — 10,9, борсаҡ — 4,2, картуф — 4,7; һыйыр малы — 25605 баш, йылҡы – 19067, һарыҡ — 48277, кәзә — 2773, сусҡа – 8924 баш. XX быуатта башында Благовещен заводы, Ҡытау‑Ивановка заводы, Ҡытаутамаҡ заводы, Минйәр заводы, Эҫем заводтары, Әшә‑Балашов заводы, Өфө баш тимер юл оҫтаханалары, суйын‑баҡыр ҡойоу механика заводы (Горнас), 11 таҡта ярыу заводы, 7 кирбес заводы, 3‑әр һыра ҡайнатыу һәм шарап заводтары, күн заводы, ағас эшкәртеү фабрикаһы, һабын ҡайнатыу заводы, столяр‑мебель яһау йорто әм башҡа предприятиелар эшләй. [[Өфө]]лә, [[Благовещен]] заводы, Богородский, Вознесенка, Дәүләт Дыуанайы, Ҡырмыҫҡалы, Сафар ауылдар йәрминкәләр үткәрелә. 1888—90 йй. өйәҙ аша Һамар—Златоуст тимер юлы ([[Благовар]]—[[Өфө]]—[[Ҡытаутамаҡ]] участкаһы), [[1914]] йылда — Иҙел‑УралВолга‑Урал тимер юлы (Шөңгәккүл—Шишмә) үтә. 154 мәсет, 57 сиркәү һәм 9 часовня (1877) иҫәпләнә. [[1919]] йылда Өфө өйәҙе Бүләкәй‑Көҙәй һәм Урман‑Көҙәй улустары — Көҙәй кантонына, Бишаул‑Уңғар һәм Биштәкә улустары Табын кантонына инә. 1922 йылда өйәҙ бөтөрөлә, уның төп территорияһы — [[Өфө кантоны]] составына, 9 улусы (Әшә‑Балашов, Ерал, Илек, Ҡарауыл, Ҡытау‑Ивановка, Минйәр, Сергиевск, Эҫем, Ҡытаутамаҡ) [[Силәбе губернаһы]] [[Златоуст өйәҙе]]нә инә.
 
== Иҫкәрмәләр ==
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Өфө_өйәҙе» битенән алынған