Ҡыпсаҡтар: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Ҡыпсаҡтар''', йәки '''ҡомандар''' — төрки сығышлы күсмә халыҡ. XI быуат башында [[Иҙел]] (Волга) артынан [[Ҡара диңгеҙ]] яны далаларына үтәләр, унан бәшәнәктәрҙе һәм уғыҙҙарҙы ҡыҫырыҡлап сығаралар. Шунан ҡыпсаҡтар [[Днепр]] аша сыға һәм [[Дунай|Дунайҙың]] түбәнге ағымына етә, Дунайҙан [[Иртыш|Иртышҡа]] тиклем Бөйөк даланың хужаларына әйләнә. Ул шул заман көнсығыш сығанаҡтарында [[Дәшти Ҡыпсаҡ]] тип атала башлай (урыҫ сығанаҡтарында Поле половецкое). [[Алтын Урҙа]] барлыҡҡа килгәс, ҡыпсаҡтар [[Монголия|монгол]] баҫҡынсыларын ассимиляциялай, уларға үҙ телен бирә. Ҡыпсаҡ теле [[Башҡорт теле|башҡорт]], [[Татар теле|татар]], ҡарасәй-балҡар, нуғай, [[Ҡаҙаҡ теле|ҡаҙаҡ]], ҡумыҡ, [[Ҡарағалпаҡ теле|ҡарағалпаҡ]] һәм башҡа телдәрҙең үҫешенә ҙур йоғонто яһаған.
 
<gallery>
Миҫал.jpg|Тасуирлама1
Миҫал.jpg|Тасуирлама2
</gallery>
== Тарихы ==
Б. э. т. 201 йылда телгә алынған «кюеше» йәки «цзюеше» атамаһын ҡайһы бер тикшереүселәр ҡыпсаҡтарға бәйләнешле, тип һанай. Рәшид-әд-диндең "Йылъяҙмалар йыйынтығы"нда ҡыпсаҡтарҙың килеп сығышы тураһында генеалогик риүәйәттәр һаҡланған. Уғыҙ-хан хаҡындағы риүәйәт буйынса, уғыҙҙарҙың ит-барак ҡәбиләһенә ҡаршы уңышһыҙ походы ваҡытында тыуған мифик малайға «ҡыпсаҡ» исеме бирәләр (Әбелғәзи буйынса, «ҡыуышлы ағас» тигәнде аңлата). Шулай уҡ Рәшид-әд-дин яҙыуынса, ҡыпсаҡтар уғыҙҙарҙың 24 ҡәбиләһенең береһе булған.
Юл 40 ⟶ 37:
* Стоянов В. Куманология. Историографски ескизи. Т. 1-2. София: БАН Марин Дринов, 2009.
* Vásáry, I. Turks, Tatars and Russians in the 13th-16th Centuries. Aldershot, 2007 (Variorum Collected Studies Series: CS884).
[[Категория:Алфавит буйынса халыҡтар һәм милләттәр]]
[[Категория:Ҡыпсаҡтар]]
[[Категория:Боронғо халыҡтар]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Ҡыпсаҡтар» битенән алынған