Фәхретдинов Ғабдрахман Ризаитдин улы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
30 юл:
Ғабдрахман Өфө һәм Ырымбур ҡалаларында белем ала. Атаһы менән бергә «Ваҡыт» гәзите, «Шура» журналы редакцияһында эшләй. 1916 йылда [[Беренсе донъя һуғышы]]на мобилизацияланып, Румын фронтында баш мулла булып хеҙмәт итә.
1917 йылдың декабрендә III Дөйөм [[Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы|Башҡорт ойоштороу ҡоролтайында]] ҡатнаша. Йыйын мәлендә ҡоролтай рәйесе [[Әхмәтзәки Вәлиди Туған|Зәки Вәлидиҙең]] ярҙамсыһы була. Атаһы, Ризаитдин Фәхретдинов менән бергә [[Башҡортостан автономияһы|Башҡортостан автономияһының]] юғары закондар сығарыу органы — Кесе ҡоролтай (предпарламент) составына һайлана.
[[Башҡорт хөкүмәте]] ҡулға алынғандан һуң, 1918 йылдың мартынан, Ғабдрахман Фәхретдинов [[Ырымбур]] губкомы янындағы Мосолман эштәре буйынса комиссариатта эшләй. Бында ул матбуғат эштәре буйынса бүлекте етәкләй. 1918 йылдың июлендә, Ырымбур Дутовтың ҡулына күскәс, Стәрлетамаҡҡа ҡаса.
40 юл:
1919 йылдың 24 сентябрендә Ғабдрахман Фәхретдинов Башҡорт Совет Республикаһының Социаль тәьминәт халыҡ комиссариаты коллегияһы ағзаһы итеп тәғәйенләнә. Сентябрь-октябрь айҙарында, [[Өфө губернаһы]] властарынан автономияға ингән башҡорт волостарын ҡабат ҡайтарыу буйынса комиссия составында эшләй. Бер үк ваҡытта, комиссар Илдархан Мутин урынына, республиканың Социаль тәьминәт комиссары вазифаһын башҡара. 1920 йылдың апреленән Башҡортостандың Дәүләт нәшриәте коллегияһы ағзаһы, артабан нәшриәт мөдире урынбаҫары булып эшләй. 1923—1924 йылдарҙа БАССР хөкүмәтендә (Башсовнарком) тәржемәсе булып эшләй. Хөкүмәт ҡарарҙары, бойороҡтарын башҡортсаға тәржемә итеү эше менән шөғөлләнә.
 
[[1920-се йылдар|20-се йылдар]] башында Ғабдрахман Фәхретдинов башҡорт халҡының тарихын өйрәнә, материалдар туплай. Ошо эштең һөҙөмтәһе булып, 1925 йылда, уның «Башҡорт тарихы» тигән китабы донъя күрә. Унда улУл хеҙмәтендә боронғо дәүерҙәрҙән алып хәҙерге көндәргә, йәғни Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы барлыҡҡа килгән ваҡытҡа тиклем, башҡорт халҡының тарихына байҡау яһай. «Ғабдрахман Фәхретдиновтың „Башҡорт тарихы“ иһә, йәш республиканың рәсми рәүештә үҙ тарихына ғәҙел бер ҡараш ташлау ынтылышы өлгөһө булып тора», — типти милли матбуғат тарихын өйрәнеүсе Р. Рәжәпов.
 
Атаһы, Үҙәк диниә назараты мөфтөйө Ризаитдин Фәхретдиновтың, вафатынан һуң, 1936 йылдың июлендә НКВД органдары Ғабдрахман Фәхретдиновты ҡулға ала. Уны атаһының контрреволюционерҙар менән бәйленешен йәшереүҙә ғәйепләйҙәр. Ярты йыл тирәһе НКВД органдары ҡулында, [[Өфө]] төрмәһендә ултыра. 1936 йылдың аҙағында шунда вафат була.
 
== Сығанаҡ ==