Көнбағыш: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
23 юл:
|түбәндә =
}}
'''Көнбағы́ш''' ({{lang-la|Helianthus}})  — [[астралар]] ғаиләһенә ҡараған үҫемлек төрө. Был төрҙә иң билдәлеһе  — май бирә торған көнбағыш ( {{lang-ru|подсолнечник масличный}} , {{lang-la|Helianthus annuus}}). Был төргә шулай уҡ аҙыҡҡа бәрәңгеләрен ҡуллана торған, күп йыллыҡ үҫемлек топинамбур йәки ер алмаһы ({{lang-la|Helianthus tuberosus}}) инә. Декоратив үҫтерелә торған көнбағыш та бар, мәҫәлән, осло япраҡлы көнбағыш ({{lang-ru|подсолнечник остролистный}}, {{lang-la|Helianthus argophyllus}}).
 
Май бирә торған көнбағыш  — оҙонлоғо 4—5  м, йыуан һабаҡлы, бер эшләпәле йәки ботаҡланған бер нисә эшләпәле булып үҫкән бер йыллыҡ үҫемлек; эшләпә киңлеге ғәҙәттә 15—20  см, ярты метрға еткәне лә бар; [[сәскә]]һенeң сите [[һары]], сите [[ҡыҙғылт һары]] төҫтә.
Көнбағыш [[емеш]]е  — дүрт ҡырлы оҙонса орлоҡса (семянка). [[Емеш]] ҡабығы эсендә орлоҡ тиресәһе менән ҡапланған [[орлоҡ]].
100 г ҡыҙҙырылған көнбағышта 20,7 7 аҡһым, 3,4 г көлһыу, 52,9 г май бар.
 
== Көнбағыш тарихы ==
Көнбағыштың тыуған иле  — [[Төньяҡ Америка]]. Беренсе көнбағышты [[индеецтар]] ҡәбиләләре культуралаштырғандыр, күрәһең. Яҡынса б.э. тиклем 3000 йылдарҙа хәҙерге [[Аризона]] һәм [[Нью-Мексико]] штаттары территорияһында көнбағыш үҫтереүҙе [[археология]] раҫлай. Ҡайһы бер археологтар көнбағыш [[бойҙай]]ға ҡарағанда ла иртәрәк культуралаштырылған тип иҫәпләй.
 
[[Мексика]]ла [[ацтектар]]ҙа һәм [[отоми]]ҙарҙа, [[Перу]]ла Инка [[мәҙәниәт]]ендә көнбағыш [[Ҡояш]] аллаһы символы булып хеҙмәт иткән.
 
[[Индеецтар]] көнбағыш орлоғон төйөп [[он]] итеп файҙаланған, онталған көнбағыш орлоғо уларҙың яратҡан ризығы булған. Шулай уҡ көнбағыштан май алғандар, майҙы икмәк бешереүҙә һәм [[косметология]]ла сәс һәм тире майлау өсөн файҙаланғандар.
Көнбағыштан ҡуйы ҡыҙыл буяу алғандар.
 
[[Европа]]ға көнбағышты [[1500]] йылда [[Испания|испан]] бойһондороусылары алып килә. Тәүҙә [[медицина]]ла файҙаланыла, шулай уҡ декоратив үҫемлек итеп файҙаланалар.
42 юл:
 
Рәсәйгә көнбағыш орлоғон [[Голландия]]нан [[Пётр I]] алып ҡайта. Үҫемлек башта декоратив үҫемлек итеп файҙаланыла.
Көнбағыш майын етештереү [[сәнәғәт]]ен [[1828]] йылда крепостной крәҫтиән Бокарёв юлға һала. Бокарев [[етен]] һәм [[киндер]] майы етештереү менән таныш була. [[1833]] йылда граф Шереметьев рөхсәте менән сауҙагәр Папушин, Бокарёв ярҙамында, беренсе көнбағыш майы заводын төҙөй. Бөйөк Пост (Великий Пост) көндәрендә ашау тыйылмағанға күрә, көнбағыш майы киң таралыу ала. XIX быуат уртаһында Воронеж һәм Һарытау өлкәләрендә көнбағыш ултыртыу сәсеү майҙанының 30—40  % биләй.
 
Совет селеционерҙары В.  С.  Пустовойт һәм Л.  А.  Жданов көнбағыштың майлылығын һәм ҡоротҡостарға тотороҡлолоғон арттырыуға ирешәләр. Көнбағыш үҫтереү буйынса донъяла абруйлы премия Пустовойт исемен йөрөтә.
 
XIX быуатта Рәсәй эмигранттары көнбағыш культураһын киренән [[АҠШ]] һәм [[Канада]]ға алып баралар. Тиҙҙән [[АҠШ]] ([[Рәсәй]]ҙән һуң) көнбағыш майы етештереүсе алдынғы илдәр рәтендә була.
53 юл:
[[Рәсем:Sunflowers.jpg|left|thumb|300 px|Көнбағыш баҫыуы]]
[[Рәсем:Sunflowerseed oil.jpg|thumb|right|200 px|Көнбағыш майы]]
Көнбағыштың төп ҡулланышы  — көнбағыш майы алыу, һуңынан аҙыҡ әҙерләүҙә һәм [[техника|техник]] ихтыяжда файҙаланыу. Көнбағыш майынан [[гидрогенизация]] ысулы менән [[маргарин]] алалар. Май шулай уҡ лак-буяу һәм һабын етештереү сәнәғәтендә файҙаланыла. Ҡайһы бер илдәрҙә ҡүлланылған майҙы мотор яғыулығына өҫтәмә итеп файҙаланалар.
Май етештереү ҡалдыҡтары (көнбағыш төпрәһе (жмых)) юғары аҡһымлы мал аҙығы итеп файҙаланыла.
 
Ҡыҙҙырылған көнбағыш  — халыҡтын яратҡан ризығы.
 
Көнбағыш орлоғо PP һәм Е витаминдары, шулай уҡ туйындарылмаған май кислоталарына бай.
 
Көнбағыш  — [[бал]] биреүсе үҫемлек. [[Сәскә]] атҡан көнбағыш балы алтын-һары төҫтә, хуш еҫле, ауыҙҙы бөрөштөрә торған тәмле була.
 
Көнбағыш декоратив үҫемлек итеп ултыртыла.
66 юл:
Көнбағыштың [[каучук]] биреүе әлегә киң билдәле түгел. Селекционерҙар һабағы киҫелгән урындан [[латекс]] бүлеп сығара торған сорт сығарған.
 
Көнбағыш ҡабығы биояғыулыҡ  — яғыулыҡ брикеттары етештереүҙә ҡулланыла.
 
== Ҡыҙыҡлы факттар ==
* Acorp модемдары ҡабында көнбағыш төшөрөлгән.
 
=== Көнбағыш һәм математика ===
[[Рәсем:SunflowerModel.svg|thumb|Вогель моделенә иллюстрация ''n''=1..500.]]
Юл 77 ⟶ 78:
: <math>r = c \sqrt{n}</math>,
: <math>\theta = n \times 137.5^{\circ}</math>,
бында: θ  — мөйөш, ''r''  — радиус йәки үҙәккә тиклем ара, а ''n''  — сәскә һаны һәм ''c''  — константа. Был  — Ферма спирале формаһы.
 
== Иҫкәрмә ==
1. Ватолин Д. О мёде и не только о нём // Наука и жизнь.  — 2008.  — №  11.  — С. 124.
 
== Һылтанмалар ==
* [http://www.ars-grin.gov/cgi-bin/npgs/html/genus.pl?5474 Көнбағыш тураһында GRIN сайтында] {{ref-en}}
* [http://www.eol.org/pages/44915 Көнбағыш тураһында "«Тереклек энциклопедияһы"» (EOL) сайтында] {{ref-en}}
 
 
[[Категория:Үҫемлектәр]]
<!-- [[Категория:Аҙыҡ-түлекАстровые]] -->
[[Категория:Төньяҡ Америка флораһы]]
[[Категория:Баллы үҫемлектәр]]
[[Категория:Ауыл хужалығы культуралары]]
[[Категория:ҮҫемлектәрҮләндәр]]
[[Категория:Баллы үҫемлектәр]]
[[Категория:Агрономия]]
[[Категория:Аҙыҡ үҫемлектәре]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Көнбағыш» битенән алынған