Англияла революция: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[XVII быуат]] аҙағында Европала [[Англия парламентлы монархия]] — юғары власть парламент ҡулында булғандағы дәүләт ҡоролошо — урынлашҡан беренсе ил булған. Ләкин бының өсөн илгә ике революция кисерергә тура килгән. Тәүгеһе граждандар һуғышы рәүешендә үтһә, икенсеһе ҡан ҡойошһоҙ булған.
 
 
 
 
== Англия революция алдынан ==
[[Файл:James I of England by Daniel Mytens.jpg|thumb|left|Яков I Английский]]
XVI быуат Англия өсөн бик уңышлы тамамланған: сәнәғәт үҫешкән, диңгеҙ сауҙаһы сәскә атҡан. "«Еңелмәҫ армада"ныармаданы» тар-мар иткәндән һуң, ил көслө диңгеҙ державаһына, "«диңгеҙҙәр батшаһы"набатшаһына» әйләнгән. Америкала беренсе колония — Виргиния — булдырылған, Ост-һинд компанияһы төҙөлгән, Лондонда биржа асылған. Сәнғәт һәм фән әлкәләрендә лә ҙур уңышлыҡтарға өлгәшелгән. Бэкон, Шекспир — был бөтә донъяға билдәле исемдәр. Ер биләүсе дворяндарҙың (уларҙы джентри тип йөрөтәләр) һәм сауҙагәрҙәрҙең күбеһе лордтар менән ярышырлык бай булған. Илдә кальвинизмға эйәреүселәр, пуритандар, күбәйгән. Улар англикан сиркәүен тантаналы ғибәҙәт ҡылыуҙарҙан арындырырға кәрәк, тип белдергән, епископтарҙы Аллаға түгел, ә королгә хеҙмәт итеүҙә ғәйепләп, был вазифаны бөтөрөүҙе талап иткән.
 
Пуритандар араһында яңы дворяндар, бай сауҙагәрҙәр, оҫталар, мануфактура хужалары, хәлле крәҫтиәндәрҙән күп вәкилдәр булған. Был кешеләр аҡса ҡәҙерен белгән. Сиркәү йыйымдары ябай халыҡты ла йонсотҡан. Халыҡ: «Беҙгә осһоҙораҡ сиркәү кәрәк», — тип ризаһыҙлыҡ белдергән. Пуритандар Алла закондарын ныҡ ихтирам иткән һәм ихтыярын аңларға тырышып, Изге Китапты бик ентекле өйрәнгәндәр. Күптәр королгә власть Алла тарафынан бирелгәненә лә ышанған, ләкин улар өсөн был власть элекке инглиз йолаларына таянғанда һәм парламент менән иҫәпләшкәндә генә законлы булған. Улар парламенттың да Алла ҡушыуы буйынса булдырылғанына ысын күңелдән ышанған.
 
== Пуритандар этикаһы һәм йәшәү рәүеше ==
 
Тышҡы донъя ғына түгел, ә үҙ көсөнә ышана башлаған, яҡшылыҡ — нимә һәм яманлыҡ нимә икәнен аңларға тырышҡан кешенең эске донъяһы ла үҙгәрештәр кисергән.
 
== Революцияның сәбәптәре ==
 
Йылдар үткән, Яков I-нең тик үҙе генә идара итергә ынтылыуы сәбәпле, уның менән парламент араһында ҡапма-ҡаршылыҡ көсәйгәндән-көсәйгән. Уның иҡтисади сәйәсәте лә: иҫке цех системаһын яҡлауы, ирекле баҙар закондарын боҙоп, айырым кешеләргә һәм компанияларға айырым тауарҙарҙы етештереүгә һәм һатыуға өҫтөнлөклө хоҡуҡты һатыуы ризаһыҙлыҡ тыуҙырған. Англикан сиркәүен яҡлаған һәм пуритандарҙы эҙәрлекләгән королдең дини сәйәсәте парламентҡа оҡшамаған. Яков I епископ вазифаһын бөтөрөүҙән баш тартҡан. Ул: «Епископтар юҡ икән — король дә юк», — тигән. Пуритандарҙы эҙәрлекләүҙәр уларҙы бөтә йорт-йыһазын һатып, «хөрәфәттәрҙә ҡатып ҡалған» тыуған илдәрен ташлап китергә һәм ҡанескес королдән, сиркәүҙән ҡотолорға өмөтләнеп, билдәһеҙ һәм йәшәү өсөн ҡулайлы булмаған Төньяҡ Америка ярҙарына юлланырға мәжбүр иткән.
 
Юл 52 ⟶ 47:
 
''* «Йомро башлылар» — аҡһөйәктәр затлы нәҫелдән сыҡмаған һәм бай булмаған кешеләрҙе кәмһетеп шулай атағандар, сөнки оҫта ярҙамсылары һәм өйрәнсектәре сәстәрен ҡыҫҡа итеп алдырып йөрөткән.''
 
 
''* «Кавалерҙар» — ҡала халҡы аҡһөйәктәр вәкилдәрен уларҙың ҡабарынҡы париктары, ебәктән һәм бәрхәттән тегелгән һәм селтәр менән биҙәлгән кейемдәре өсөн шулай атаған.''
Юл 62 ⟶ 56:
== Парламент реформалары ==
«Кавалерҙар» армияһын тар-мар итеү күбеһенсә уртасыл пуритандарҙан торған парламентҡа мөһим үҙгәрештәр үткәреү мөмкинлеген биргән: ер биләүсе дворяндар ер өсөн король файҙаһына түләүҙән азат ителгән. Хәҙер ер уларҙың тулы милке тип иғлан ителгән. Сауҙагәрҙәргә сауҙа итеү өсөн рөхсәтте һатып алыу кәрәк булмаған. Сиркәү парламентҡа буйһондоролған, ә королдең, уның яҡлыларҙың, епископтарҙың ерҙәре тартып алынған. Ләкин крәҫтиәндәргә ер бирелмәгән, улар ерҙән элеккесә ваҡытлыса ғына файҙалана алғандар, уларҙың ер хужалары файҙаһына йөкләмәләре лә һаҡланған.
 
Парламент Карл I менән ярашырға ынтылған — королдән үткәрелгән бөтә реформалар һәм пуритан сиркәүенең хакимлығы менән килешеү генә талап ителгән. Ләкин армияла хеҙмәт итеүсе һәм тәүәккәллерәк фекер йөрөтөүсе пуритандар бының менән ризалашырға теләмәгән, улар теләгән динде тотоу азатлығын һәм король власын нығыраҡ сикләүҙе талап иткән.
 
Нейзби янындағы алышта еңелгәндән һуң Карл I шотландтар лагерында оҙаҡ ҡалмаған — ғәмәлдә улар әсирҙе парламентҡа һатҡан. 1647 йылдың ҡышында королде замокка бикләп ҡуйғандар. Үҙһүҙле Карл I ҡараштарын үҙгәртмәгән һәм парламент менән компромисҡа барырға, йәғни ташламалар яһап, ярашырға теләмәгән.
 
Шул уҡ ваҡытта армия һалдаттары «…'Канлы Карл Стюартты ҡан ҡойғаны һәм Аллаһы Тәғәлә эшенә, был иҙелгән илдең халҡына килтергән яуызлыҡтары өсөн яуапҡа тарттырыуҙы» талап иткән. Ошо шарттарҙа армия парламентта таҙартыу ойошторған — барлыҡ уртасыл пуритандарҙы ҡыуған («операция» полковник Прайд етәкселегендә үткәрелгән, шунлыҡтан «Прайд таҙартыуы» тип аталған). Парламентта ҡалған депутаттар армияның талаптарына ҡушылған. Королде хөкөм итеү өсөн, 150 кешенән торған ғәҙәттән тыш суд ойошторолған.
 
Хөкөм 1649 йылдың 20 ғинуарында башланған. Ҡара күлдәк кейгән Карл I ун ике һалдаттан торған һаҡ аҫтында был судтың законлы түгеллеген күрһәтергә тырышып, эшләпәһен һалмаған. Ул үҙен бик эре тотҡан һәм ярашыуға барырға теләмәгән.
 
Юл 76 ⟶ 74:
 
== Республика урынлаштырылыу ==
 
1649 йылдың 17 мартындағы парламент акты менән король власы «халыҡ өсөн кәрәкһеҙ, ауыр һәм ҡурҡыныс» тип табылған һәм юҡҡа сығарылған. Ике көндән лордтар палатаһы ла шундай уҡ яҙмышҡа тарыған.
 
Юл 82 ⟶ 79:
 
Король менән парламент араһындағы граждандар һуғышы пуритандарҙың еңеүе менән тамамланған. Карл I язалап үлтерелгән, Англияла абсолютизм бөтөрөлгән. Парламент илде республика тип иғлан иткән.
 
 
 
 
[[Категория:Англия тарихы]]