Башҡортостандың тәбиғәт зоналары: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
34 юл:
== Таулы-урманлы зона ==
 
Ул Көньяҡ Урал территорияһының ҙурыраҡ өлөшөн алып тора. -
Таулы-урманлы зона, мәҫәлән, урманлы дала зонаһы кеүек, кеше тарафынан ул тиклем үк ныҡ үҙгәртелмәгән, уның байтаҡ төбәктәре тейелмәйенсә һаҡланған һәм тәбиғәт ҡомартҡыһы итеп һаҡ аҫтына алынған. Уларҙың иң мөһимдәрен ҡарап үтәйек.
[[Ямантау]] һәм [[Ирәмәл]] тауҙары. Былар [[Көньяҡ Урал]]дың иң бейек тауҙары. Тап бына ошо тауҙарҙа үҫемлектәрҙең вертикаль бүлкәткә ҡарап үҙгәреүен тулыраҡ күрергә мөмкин. Бында һирәк осрай торған үҫемлектәр бар. Тәбиғәтте һаҡлау һәм өйрәнеү маҡсатында Ямантау тирәһе Урал ҡурсаулығы итеп иғлан ителгән.
 
[[Белорет районын]]дағы [[Атыш]], [[Ишембай районын]]дағы [[Күкҡарауыҡ]] һәм [[Баймаҡ районы]]ндағы [[Ғәҙелша]] шарлауыҡтары — гүзәл тәбиғәт мөғжизәләре.
 
Тәбиғәт ҡомартҡыһы булараҡ Шүлгәнташ мәмерйәһе, шулай уҡ Ҡотоҡ тарлауығындағы ҙур мәмерйәләр бик ҙур ҡиммәткә эйә.
Ошо уҡ зонала урынлашҡан Башҡортостан ҡурсаулығында тәбиғәттең бөтә өлөштәре лә һаҡ аҫтына алынған. Унда болан үрсетеү буйынса ҙур эш алып барыла, ҡырағай бал ҡорттары, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы өйрәнелә.
Зонаның күп төбәктәре ҡомартҡы булырлыҡ әһәмиәткә эйә. Көньяҡ Урал тауҙарына артылған кеше алдында бик ҙур тәбиғәт музейындағы һымаҡ һоҡланғыс күренеш асыла: бында урман менән ҡапланған һәм бер-береһе менән талғын ғына тоташа барыусы тау армыттары, тау тоҡомдары һыныҡтары менән тулы таш йылғалары, киң сәхрә булып ятҡан тау итәктәре һәм Нөгөштәге һымаҡ тәрән тарлауыҡтар таң ҡалдырырлыҡ! Быларҙың барыһы ла һаҡсыл ҡарашҡа һәм ҡурсалауға мохтаж.
 
== Таулы-урманлы дала зонаһы ==
 
Ул Уралтау һыртынан көнсығышҡа һәм көньяҡҡа табан [[Йылайыр]] ялпы таулығында йәйелеп ята. Был зонала [[Ирәндек]] һәм [[Ҡырҡтытау]] һырттары һауаға олғашып тора. Зона көнбайыштан таулы-урманлы зона менән, ә көнсығыштан Башҡортостандың Урал аръяғы далалары менән сикләнә.
Таулы-урманлы дала зонаһының ер өҫтөнә ҡыраз түбәле тауҙар теҙмәһе һәм ваҡ-ваҡ убалар хас. Тау ҡыраздары ҡатып ҡалған тулҡындарҙы хәтерләтә: уларҙың битләүҙәре көнбайыштан һәм көньяҡтан текә булып күтәрелә, ә көнсығыштан һәм төньяҡтан һөҙәкләнеп түбән төшә. Майҙанының 60%-ы урман менән ҡапланған. Урмандары ҡайын сауҡалыҡтарынан, [[ҡайын]] һәм киң япраҡлы, ҡайын һәм ылыҫлы ағас-
 
[[Категория:Башҡортостан тәбиғәте]]