Башҡорт алфавиты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
ә к
227 юл:
 
=== [[Кирил алфавиты|Кириллица]] ҡабул итеү ===
Башҡорт яҙыуын рус графикаһы нигеҙендәге алфавитҡа күсереү эше рус һәм башҡорт ғалимдары тарафынан [[Октябрь революцияһы]]на тиклем үк башланған. Рус алфавиты нигеҙендәге тәүге башҡорт алфавиты [[Букварь для башкиръ|«Букварь для башкир»]] [[1892]] йылда [[Ырымбур губернаһы]]ның уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса округ инспекторы [[Катаринский Василий Владимирович |Василий Владимирович Катаринский]] тарафынан баҫтырыла, [[1898]] йылда әлифбаның икенсе баҫмаһы сыға. [[1907]] йылда [[Орск өйәҙе|Орск өйәҙенең]] рус булмаған мәктәптәренең инспекторы [[Бессонов Александр Григорьевич |Александр Григорьевич Бессоновтың]] бер аҙ камиллаштырылған әлифбаһы («Букварь для башкир») донъя күрә.<ref name="agidel072012"/> [[Ҡаҙан университеты|Ҡазан]] университеты]] профессоры [[Катанов Николай Фёдорович|Николай Федорович Катанов]] рус графикаһы нигеҙендә «Азбука для башкирского языка» төҙөй.
 
Бигерәк тә башҡорт табибы һәм тел белгесе [[Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы|Мстислав Александрович Ҡулаев]] (Мөхәмәтхан Сәхипкирәй улы) төҙөгән рус графикаһы нигеҙендәге башҡорт алфавиты киң билдәле. [[1912]] йылда Ҡазанда уның «Основы звукопроизношения и азбука для башкир» тигән китабы баҫылып сыға. Башҡортса яҙыу өсөн [[Ҡулаев Мстислав Александрович|М. А. Ҡулаев]] урыҫ-грек графикаһы нигеҙендә башҡорт милли алфавитын төҙөй, башҡорт телендәге өндәргә баһалама бирә, һәр өнгә хәреф билдәләй. [[1919]] йылда [[Өфө]]лә уның «Әлепей» китабы донъя күрә. Китапта һыҙылышы ҡатмарлы хәрефтәр ябайлаштырыла, улар хатта хәҙерге башҡорт теле алфавитына яҡын тора. Ләкин Ҡулаевтың алфавитын революциянан һуң тәүге йылдарҙа ғәмәлгә индереп булмай, сөнки граждандар һуғышы, [[1921]] йылғы йотлоҡ был эште бойомға ашырырға мөмкинлек бирмәй.
233 юл:
[[1928]] йылда һәм артабан, төрки халыҡтар яҙмаларын ғәрәп алфавитынан латин алфавитына күсереү хәрәкәте дәүерендә, Ҡулаев урыҫ графикаһын ҡабул итеү кәрәклеген йәнә лә яҡлап сыға. Уның башҡорт яҙмаһын урыҫ графикаһы нигеҙендә төҙөү идеяһы [[1939]] йылда тормошҡа ашырыла башлай.
 
Рус графикалы алфавитҡа күсеү мәсьәләһе ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетында 1938 һәм 1939 йылдарҙа ике мәртәбә тикшерелә һәм башҡорт теленең яны алфавитын һәм орфографияһын төҙөү буйынса комиссия ойошторола. 1939 йылдың декабрендә [[Башҡорт АССР-ы]] Верховный Советы Президиумы рус графикаһы нигеҙендә төҙөлгән башҡорт алфавитын һәм орфографияһын раҫлау һәм был алфавит менән орфографияға күсеүҙе 1940—1941 йылдарҙа тамамлау тураһында указ ҡабул итә. Башҡорт әҙәби теленең яңы алфавиты һәм орфографияһы [[1940]] йылда С. Моратов, [[Айыуханов Закир Насир улы|З. Айыуханов]] һәм [[Ғәлләмов Абдрахман Әбдрәхим улы|А. Ә. Ғәлләмов]] авторлығында айырым китап булып баҫылып сыға.<ref name="abc1940"/> [[1950]] алфавитҡа Ё ё хәрефе өҫтәлә һәм нәҡ ошо вариант әлеге көндәрҙә ҡулланыла.
 
Шулай итеп, хәҙерге башҡорт алфавиты һәм орфографияһының ярты быуаттан артыҡ тарихы бар.