Башҡортостан рельефы: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
әҮҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
35 юл:
Тауҙар көньяҡ йүнәлештә талғын ғына һөҙәкләнә бара. Республиканың көньяҡ сигендә тау һырттары аҡрынлап Йылайыр ялпы таулығына (Көньяҡ Урал ялпы таулығына) барып тоташа.
 
Урал тауҙарының төҙөлөшө йыйырсыҡлы, өҫтө-өҫтөнә менеп ҡаттарҙан тора. Иң ҙур ҡаттарҙа тектоник ярыҡтар күҙәтелә, һырттар кеүек үк, улар ҙа меридиан йүнәлешендә сатнаған. Башҡортостандың геологик картаһында был ярыҡтар ҡыҙыл һыҙыҡтар менән күрһәтелгән. Йылайыр ялпы таулығында тау тоҡомдары ҡатламдарының яйлап ҡына бата барыуы күҙәтелә.
Урал тауҙарының төҙөлөшө йыйырсыҡлы, өҫтө-өҫтөнә менеп
 
Көньяҡ Урал төрлө йәштәге тау тоҡомдарынан тора. Көнбайыштан көнсығышҡа табан йүнәлештә тауҙарҙың сит-ситтәрендә һәм Йылайыр ялпы таулығында ер өҫтөндә йәшерәк осор — девон, таш күмер һәм пермь дәүерҙәре ҡатламдарын осратырға мөмкин. Улар араһында ултырма карбонат тоҡомдар — эзбизташтар, доломиттар, мергелдәр өҫтөнлөк итә. Көнсығыш битләүҙәрҙә магма тау тоҡомдары — боронғо лава, туфтар киң таралған. Көньяҡ Уралдың үҙәк өлөштәрендә боронғораҡ — протерозой ҡатламдары яланғасланып тора. Улар башлыса метаморф тау тоҡомдарынан — кристалл һәүерташтарҙан, кварциттарҙан ғибарәт.
 
Көньяҡ Уралдың тәрәндәге төҙөлөшө, шулай уҡ тау тоҡомдарының составы уның геологик үҫеш тарихы менән бәйләнгән. Әле күптән түгел элек байтаҡ ғалимдар Урал тауҙары ер ҡабығының вертикаль йүнәлештә күтәрелеүенән барлыҡҡа килгән тип иҫәпләгән. Ләкин һуңғы ваҡытта геологтар Уралда тауҙарҙың барлыҡҡа килеүе горизонталь хәрәкәттәр һөҙөмтәһе булыуына ышандырырлыҡ байтаҡ мәғлүмәт тупланы. Был
 
 
 
[[Категория:Башҡортостан]] [[Категория: Башҡортостан рельефы]]