Башҡортостан рельефы — версиялар араһындағы айырма

ә
== Урынлашыуы ==
Көнбайыш Башҡортостан Рус платформаһының көнсығыш сигендә һәм Урал алды сик бөгөмөндә урынлашҡан.
Уның боронғо нигеҙен магма һәм метаморф тоҡомдар тәшкил итә. Был нигеҙҙе ултырма тоҡомдар ҡатламы ҡаплаған. Нигеҙ горизонталь ятҡан ултырма тау тоҡомдарынан тора. Рус платформаһы Көнбайыш Башҡортостанда ла (Башҡортостандың Урал алды) шун-дайшундай уҡ төҙөлөшлө. Нигеҙҙең өҫкө яғы тигеҙ түгел, ул ҡалҡып торған ҡатламдар йәки көмбәҙҙәр рәтен хасил иткән. Урал алды Башҡортостанының көнбайышында — Татар көмбәҙе, төньяҡта — Башҡорт көмбәҙе, ә көньяҡ-көнбайышта Ырымбур көмбәҙе айырылып тора.
Рельеф кристалл нигеҙҙең өҫкө йөҙөнөң рәүешен ҡабатлағандай. Мәҫәлән, Татар көмбәҙенә Бөгөлмә- Бәләбәй ҡалҡыулығы рельефы тура килә, ә Башҡорт көмбәҙе өҫтөндә Өфө ялпы таулығы ҡалҡҡан. Ырымбур көмбәҙе менән Дөйөм һырт ҡалҡыулығы бәйләнгән. Өфө ялпы таулығы менән Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы араһында Ағиҙел буйы тигеҙлеге йәйелеп ята. Ул нигеҙҙәге бөгөмгә (һығылған тапҡырға) тура килә.
Нигеҙҙең өҫкө яғы көнсығыш йүнәлештә Урал тауҙары буйынан тар һыҙат булып һуҙылған Урал алды сик бөгөмө яғына табан батҡан. Уның тәрәнлеге был тәңгәлдә 10 мең метрға тиклем етә. Бөгөм өҫтөнә Урал тауынан ишелгән тау тоҡомдары ултыра барған.
12 260

үҙгәртеү