Нәфис әҙәбиәт: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
'''Нәфис әҙәбиәт''' — берҙән-бер һәм төп материал сифатында һүҙҙе ҡулланып, телдең төрлө ҡоролмалары һәм формалары ярҙамында, махсус алымдар һәм әҙәби образдар аша беҙҙе уратып алған тирә-яҡ ысынбарлыҡ тураһында мәғлүмәт биреүсе сәнғәт төрө.
 
== «Нәфис әҙәбиәт» төшөнсәһе ==
Нәфис (йәки матур) әҙәбиәт ([[урыҫ теле|урыҫса]] художественная литература), сәнғәттең ҡайһы бер башҡа төрҙәре кеүек, һәм бер уҡ ваҡытта халыҡ ижады өлгөләренән айырмалы рәүештә, башлыса теге йәки был автор ижад иткән әҙәби әҫәрҙәрҙән ғибәрәт. УларҙаУларҙағы төп фекер, фәнни әҙәбиәттәге кеүек, туранан-тура әйтелмәй, әҙип тапҡан сағыу образдар аша һәм әҫәрҙең бар йөкмәтеһе ярҙамында уҡыусыға еткерелә. Йөкмәткегә авторҙың ҡарашынан сығып, нәфис әҙәбиәт әҫәрҙәре өс дөйөм төргә — эпос, драма һәм лирикаға бүленә, ә улар үҙ сиратында төрлө жанрҙарҙы берләштерә. Әҫәрҙең тексы формаһынан сығып нәфис әҙәбиәт проза һәм поэзияға бүленеп йөрөй. Сәнғәттең был төрөн өйрәнеүселәр яйлыраҡ булһын өсөн нәфис әҙәбиәтте тарихи планда осорҙарға йәки дәүерҙәргә бүлеп ҡарай. Был йәһәттән бороңғо, урта быуаттар әҙәбиәте, артабан Яңырыу (Эпоха Возрождения) һәм Мәғрифәтселек (Эпоха Возрождения) дәүерҙәре, шулай уҡ XIX быуат һәм хәҙерге заман әҙәбиәте тураһында һүҙ алып барырға була.
 
== Нәфис әҙәбиәт төрҙәре ==
 
=== Эпос ===
Эпос — бороңғо [[грек теле]]ндәге «ἔπος» һүҙенән алынған, [[урыҫ теле|урыҫса]]ға «слово», «повествование» тип тәржемә ителһә, [[башҡорт]]са «һүҙ», «һөйләү», «хикәйәләү» тигән мәғәнәне бирә. Шулай итеп, эпос — үткән замандарҙа булған хәл-ваҡиғалар тураһында бәйән итә. Эпик әҫәрҙәр авторға турана-тура бәйләнмәгән ысынбарлыҡты һүрәтләүгә ҡорола. Эпоста персонаждарҙы тасуирләгәндә, лириканан айырмалы, уларҙың эске кисерештәрен, уй-хистәрен түгел, ә төрлө яҡлы эш-ҡылыҡтарын, тәртибен хикәйәләүгә төп иғтибар бирелә. Был жанрҙың исеме, борон-борон замандарҙа ижад ителеп, һуңғараҡ йәшәгән быуындарға «халыҡ эпосы» атамаһы менән килеп еткән «йыр-поэмалар»ҙан алынған тигән фараз бар. Әҙәбиәт белемендә XIX быуатта бик популяр булған тормош һүрәтләү романдарын нәҡ бына ошо эпик әҫәрҙәр жанрына индереү урын алған. Миҫал итеп донъя әҙәбиәте классиктары билдәле [[урыҫ теле|урыҫса]] яҙыусыһы [[Лев Толстой]]ҙың «Һуғыш һәм солох» («Война и мир»), күренекле [[француз теле|француз]] әҙибе [[Стендалдың]] «Ҡыҙыл һәм ҡара» («Красное и черное») романдарын, [[инглиз теле|инглиз]] прозаигы һәм драматургы [[Голсуорси]] ижад иткән өс томлыҡ «Форсайттар тураһында сага» («Сага о Форсайтах» әҫәрен килтерергә була. (сагаСага – [[Скандинавия]] һәм [[Ирландия]] халыҡтарының героик (поэтик) хикәйәһе, легенда).
 
Эпик жанрҙар иҫәбенә мәҫәл (басня), былина ([[урыҫ теле|урыҫса]] әҙәбиәт белемендә батырҙар тураһында эпик йыр), баллада (легенда йәки әкиәт сюжетына яҙылған шиғри әҫәр), миф, новелла (ҡыҫҡа хикәйә), повесть, хикәйә, роман, роман-эпопея, әкиәт, эпопея (ҙур тарихи ваҡиғалар тураһындағы әҫәр) һәм әҙәби очерк инә.