Фәлсәфә: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[Рәсем:Sanzio 01 Plato Aristotle.jpg|thumb|200px|[[Рафаэль|Рафаэлдең]] «Афиндар мәктәбе» картинаһы өлөшө [[Платон]] менән [[Аристотель|Аристотелде]] һүрәтләй. Ике философ йәнәш атлап килһә лә, тикшеренеү юлдары айырым ята: Платондың ҡулдарында  — «Тимей» исемле [[Натурфилософия]] әңгәмә китабы, Аристотель «Этикаһын» тотоп килә]]
 
'''Фәлсәфә''' ({{lang-ar|فلسفة}}), шулай уҡ '''филосо́фия''' ({{lang-grc|φιλοσοφία}} «аҡыллылыҡты һөйөү») —
бар донъяны һәм кешенең йәшәйешен өйрәнеүсе һәм аңларға ынтылыусы [[фән]]; йәшәйештең иң мөһим һыҙаттарын, [[ысынбарлыҡ]]ты танып белеүҙең төп принциптарын, кеше тормошоноң маҡсатын, кеше менән донъя араһында булған мөнәсәбәттәрҙе өйрәнеүсе тәғлимәт.
 
Башҡа фәндәрҙән айырмалы рәүештә, фәлсәфә ниндәй ҙә булһа бер тәғәйен өлкәне генә өйрәнеү йәки аныҡ тикшеренеү ысулдарынан файҙаланыу менән сикләнмәй; киреһенсә, ул башҡа бар фәндәрҙең өйрәнгән мәсьәләләрен һәм үҙенсәлекле тикшеренеү ысулдарын дөйөмләштерә һәм ул фәндәргә теоретик нигеҙ бирергә ынтыла.
 
Фундаменталь һорауҙырҙы өйрәнеүҙең башҡа ысулдарынан, әйтеп үткәндә [[мистицизм]], [[миф]] һәм [[сәнғәт]]тән айырмалы рәүештә, фәлсәфә һынаусан (тәңкитсел), даими (системалы) һәм аңға таянған фекер йөрөтөүгә нигеҙләнә.
21 юл:
 
== Фәлсәфәнең төп йүнәлештәре ==
* '''[[Метафизика]]''' ысынбарлыҡтың, йәшәйештең һәм донъяның төп булмышын өйрәнә; [[космология]] менән [[онтология]] тармаҡтарына бүленә.
* '''[[Эпистемология]]''' белемдең тәбиғәтен һәм күләмен өйрәнә; белем мөмкинме-юҡмы, ысынбарлыҡты танып белеп буламы-юҡмы, тигән һорауҙы тикшерә. Был йүнәлештең төп иғтибары танып белеү һәм уның ысул-юлдары, хәҡиҡәт, ышаныс, тәжрибә һәм [[интуиция]] төшөнсәләренә бәйле.
* '''[[Этика]]''' (йәиһә '''әхләҡи фәлсәфә''') кешенең һәр эш-ҡылығы яраҡлымы-юҡмы, быға яуап биреп буламы-юҡмы, тигән һорауҙарҙы тикшерә; әхләҡ төшөнсәһен өйрәнә. Этиканың төп йүнәлештәре: ''метаэтика'' (әхләҡи хөкөмдөң мөмкинселеге, уны нигеҙләү; төрлө әхләҡи системаларҙы тикшереү), ''теоретик'' һәм ''ғәмәли (ҡулланма) этика'' (кеше һәр осраҡта ни эшләргә тейеш). Һуңғының тармаҡтары булып ''тирә-яҡ мөхит этикаһы'' (мөхиткә ҡарата кешенең ниндәй мөнәсәбәте яраҡлы", ''биоэтика'' ([[эвтаназия]]ның яраҡлығы, [[эмбрион|кеше толҡатын]] ғилми тикшеренеүҙә тотонорға яраймы-юҡмы) һ.б. тора.
 
«Әхләклелек» һәм «изге күңел» төшөнсәләренә Платон тәүге әңгәмәләрендә билдәләмә бирергә тырыша.
* '''Сәйәси фәлсәфә''' ил, хөкүмәт, ил граждандары төшөнсәләренә бәйле; айырым шәхестәрҙең һәм йәмғиәттең дәүләткә ҡарата мөнәсәбәтен өйрәнә. Ғәҙеллек, ҡанун, мөлкәт, граждандарҙың хоҡуҡтары һәм бурыстарын тикшерә.
* '''Эстетика''' матурлыҡ төшөнсәһен һәм уның [[сәнғәт]]тә, [[әҙәбиәт]]тә, тормоштағы сағылышын өйрәнә; матурлыҡ тойғоһо, ләззәт (рәхәтлек), һиҙеү аша үҙләштереү, хис-тойғо ҡиммәттәренә ҡағыла.
* '''[[Логика]]'''  — фекерләү ҡанундарын өйрәнгән фән. [[XIX]] быуаттың аҙағынан башлап, математиктар логиканың [[математика]]ға ҡағылған тармағын шаҡтай алға һөрҙө; бөгөнгө көндә логиканың ике киң йүнәлеше бар - — ''математик логика'' (формаль символик логика) һәм ''фәлсәфәүи логика''.
* '''Аң фәлсәфәһе''' аңдың булмышын һәм уның тәнгә мөнәсәбәтен өйрәнә; уның типик миҫалы булып [[дуализм]] менән [[материализм]] араһындағы бәхәс тора. Һуңғы осорҙа был тармаҡ ''когнитивистика'' (танып белеү фәне) менән яҡынлаша килә.
* '''Тел фәлсәфәһе''' телдең барлыҡҡа килеүен, уның булмышын һәм ҡулланылыуын тикшерә.
[[Рәсем:Religious Symbols-ani.gif|right]]
* '''Дин фәлсәфәһе''' дингә бәйле һорауҙар менән шөғөлләнә: [[Аллаһ|Алланың]] барлығын-юҡлығын, булмышын, дини тәжрибәне, дини телде һәм текстарҙы, дин менән ғилем мөнәсәбәттәрен өйрәнә.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Фәлсәфә» битенән алынған