Төньяҡ Боҙло океан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
18 юл:
Океан майҙаны 14,75 млн км² тәшкил итә, һыу күләме — 18,07 млн км³. Уртаса тәрәнлек — 1225 м, иң тәрән урыны — 5527 м Гренланд диңгеҙендә. Төньяҡ Боҙло океан төбө рельефының күп өлөшөн шельф (океан төбөнөң 45 % күберәген) һәм ҡитғаларҙың һыу аҫты тирә яғы (океан төбө майҙанынң 70 % тиклемен) биләй. Океанды өс ҙур акваторияға бүлеп йөрөтәләр: Арктик, Төньяҡ Европа һәм Канада бассейндары. Поляр географик урын биләүе сәбәпле океандың үҙәк өлөшөндә йыл әйләнеһенә күсеп йөрөүсе боҙ ҡатламы һаҡлана.
 
Төньяҡ Боҙло океанға Дания (Гренландия), Исландия, Канада, Норвегия, Рәсәй һәм Америка Ҡушма Штаттары биләмәләре йәнәш тора. Океандың хоҡуҡи статусы халыҡ-ара кимәлдә тулы ҡағиҙәләр менән сикләнмәгән. Өлөшләтә арктик илдәренең милли ҡануниәте һәм халыҡ-ара килешеүҙәр менән билдәләнә. Йылдың күп өлөшө буйы Төньяҡ Боҙло океан диңгеҙ йөк ташыу өсөн файҙаланыла, шул иҫәптән Рәсәй Төньяҡ диңгеҙ юлы, АҠШ һәм Канада илдәре Төньяҡ-көнбайыш юлын файҙалана.
== Этимологияһы ==
 
Океан географ Варениус тарафынан 1650 йылда үҙ аллы айырымланып, Гиперборей океаны — «Төньяҡтың иң осондағы океан» ([1] — мифтарҙағы төньяҡ ел аллаһы йәки Төньяҡ, [2] — приставка, указывающая на превышение чего-либо). Ул ваҡыттағы сит ил сығанаҡтарында шулай уҡ: Oceanus Septentrionalis — «Төньяҡ океан» ([3] — төньяҡ), Oceanus Scythicus — «Скиф океаны» ([4] — скифтар), Oceanes Tartaricus — «Тартар океаны»[6], Μare Glaciale — «Боҙло диңгеҙ» ([7] — боҙ) исемдәре булған. XVII — XVIII б.урыҫ карталарында: Диңгеҙ-океан, Боҙло диңгеҙ-океан, Боҙло диңгеҙ, Төньяҡ океан, Төньяҡ йәки Боҙло диңгеҙ, Боҙло океан, Төньяҡ Поляр диңгеҙ исемдәре осрай, ә урыҫ диңгеҙсеһе адмирал Ф. П. Литке XIX б. 20-се йылдарында уны Төньяҡ Боҙло Океан[9] тип атаған. Башҡа илдәрҙә [10] — «Арктик океан» исеме осрай, уны 1845 й. Лондон географик йәмғиәте[12] бирә.
СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитетының 1935 йыл 27 июнендәге ҡарары менән Северный Ледовитый океан исеме ҡабул ителгән, как соответствующее форме, уже употреблявшейся в России с начала XIX века, и близкое к более ранним русским названиям[13].
 
= Физик-географик характеристика ==
 
{| class="standard" align="right" |+Океандарҙың төп морфологик үҙенсәлектәре
(«Океандар атласы» («Атласа океанов») мәғлүмәте буйынса. 1980 йыл)[15]
!Океандар
!Һыу
өҫтө
майҙаны, млн.км²
!Күләме,
млн.км³
!Уртаса
тәрәнлеге
м
!Океандың
иң тәрән урыны,
м
|-
|Атлантик
| align="right"| 91,66
| align="right"| 329,66
| align="right"| 3597
| align="right"| Пуэрто-Рико улағы (8742)
|-
|Һинд
| align="right"| 76,17
| align="right"| 282,65
| align="right"| 3711
| align="right"| Зонд улағы (7209)
|-
|Төньяҡ Боҙло
| align="right"| 14,75
| align="right"| 18,07
| align="right"| 1225
| align="right"| Гренландия диңгеҙе (5527)
|-
|Тымыҡ
| align="right"| 178,68
| align="right"| 710,36
| align="right"| 3976
| align="right"| Мариан уйһыулығы (11022)
|-
|-
|Донъя
| align="right"| 361,26
| align="right"| 1340,74
| align="right"| 3711
| align="right"| 11 022
|}
== Дөйөм мәғлүмәт ==
 
Төньяҡ Боҙло океан Евразия һәм Төньяҡ Америка араһында урынлашҡан. Атлантик океан менән сиге Гудзон боғаҙы, артабан Дейвис боғаҙы һәм Гренландия утрау яры буйынса Брустер моронона тиклем, Дания боғаҙы аша Исландия утрауының Рейдинупюр моронона тиклем, артабан яр буйлап Герпир моронона тиклем, һуңынан Фарер утрауҙарына, артабан Шетланд утрауҙарына һәм төньяҡ киңлектең 61° Скандинав ярымутрауы ярҙарына тиклем ята. Халыҡ-ара гидрографик ойошманың терминдар йыйылмаһында Төньяҡ Боҙло океандың сиктәре Гренландия, Исландия, артабан Шпицберген, Медвежий утрауы һәм Норвегия ярҙары аша үтә һәм Гренланд, Норвег диңгеҙҙәрен Атлантик океан биләмәһенә ҡуша. Тымыk океан менән сик булып Берингов боғаҙы аша Дежнёв морононан Уэльс Принцы моронона тиклем үткән һыҙыҡ тора. Халыҡ-ара гидрографик ойошманың терминдар йыйылмаһында сик Себер поляр түңәрәге буйлап, Аляска һәм Себер араларынан уҙа. Ошо уҡ терминологияла Чукот һәм Берингово диңгеҙҙәре Төньяҡ боҙло океанға ҡарай.
Төньяҡ Боҙло океан — иң бәләкәй океан. Асыҡлауҙар ысулына ҡарап океандың майҙаны 14,056 алып 15,558-ғаса миллион км² тәшкил итә, йәғни, яҡынса донъя океанының 4 % майҙанын биләй. Һыу күләме 18,07 миллион км³. Некоторые океанографы рассматривают его как внутреннее диңгеҙ Атлантического океандың. Төньяҡ Боҙло океан иң һай океан иҫәпләнә, уның уртаса тәрәнлеге 1225 м (иң тәрән урыны Гренланд диңгеҙендә - 5527 м). Яр буйы һыҙығы оҙонлоғо 45 389 км.
 
== Диңгеҙҙәр ==
 
Төньяҡ Боҙло океандың диңгеҙҙәр, ҡултыҡтар, боғаҙҙар майҙаны 10,270 % 8 миллион км² тәшкил итә (океандың дөйөм майҙанының 70 % ), күләме 6,63 миллион км³ (37 %).
Ситтәге диңгеҙҙәр (көнбайыштан көнсығышҡа): Баренц диңгеҙе, Карск диңгеҙе, Лаптевтар диңгеҙе , Көнсығыш-Себер диңгеҙе, Чукотка диңгеҙе, Бофорт диңгеҙе , Линкольн диңгеҙе , Гренландия диңгеҙе, Норвегия диңгеҙе. Эстәге диңгеҙҙәр: Аҡ диңгеҙ, Баффин диңгеҙе . Гудзон ҡултығы иң ҙур ҡултыҡ булып һанала.
 
== Утрауҙар ==
 
Утрауҙар һаны буйынса Төньяҡ Боҙло океан Тымыҡ океандан һуң икенсе урынды биләй. Океанда Ер шарындағы иң ҙур Гренландия (2175,6 мең км²) утрауы һәм ҙурлығы буйынса икенсе Канада Арктик архипелагы (1372,6 мең км²) бар, шулай уҡ иң ҙур утрауҙар: Баффинов Ере, Элсмир, Виктория, Банкс, Девон, Мелвилл, Аксель-Хейберг, Саутгемптон, Уэльс Принцы, Сомерсет, Принс-Патрик, Батерст, Кинг-Вильям, Байлот, Эллеф-Рингнес). Ҙур утрауҙар һәм архипелагтар: Яңы Ер (Төньяҡ и Көньяҡ утрауҙар), Шпицберген (утрауҙар: Көнбайыш Шпицберген, Төньяҡ-Көнсығыш Ере), Новосибирск утрауҙары (Ҡаҙан утрауы), Төньяҡ Ер (утрауҙар: Октябрь Революцияһы, Большевик, Комсомолец), Франца-Иосиф Ере, Конг Оскар утрауы, Врангель утрауы, Колгуй утаруы, Милна Ере, Вайгач утрауы.
{|class="graytable" style="text-align:center" |+
|
|
|
|
|-
|Клайд-Ривер янындағы боҙлоҡ.
Баффинов Ере
|Рогачёв ҡасабаһында поляр төн.
Яңы Ер
|Лонгйир.
Шпицберген
|Нортбрук утрауының яр буйы.
Франц-Иосиф Ере Архипелагы
|}