Йылҡысылыҡ: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
6 юл:
Йылҡысылыҡ - борондан ҡалған, матди мәҙәниәтебеҙҙең ҙур өлөшөн тәшкил иткән тармаҡ.
Башҡорттар биләгән ер үҙе үк йылҡысылыҡ өсөн уңайлы булған. Сәскәле болондар, ҡылғанлы далалар, ҡарҙан иң тәү әрселә торған түмәләсле яландар, ҡыш көндәре ышыҡланыу өсөн ҡалын урмандар йылҡысылыҡты үҫтереү өсөн бигерәк тә ыңғай шарттар тыуҙырған.
Шуғалыр ҙа [[башҡорттар]] борон-борондан йылҡысылыҡ менән шөғөлләнгән. Атһыҙ башҡорт булмаған. Ҡайһы бер сығанаҡтарға ҡарағанда, 1620-сысе быуатғабыуатҡа хәтле башҡорттар йылҡыһыҙ йәшәмәгәндәр. Иң ярлы һаналған башҡорттоң да 15-ләп аты булған.
 
Башҡорт тормошон өйрәнеүсе И.Г.Георгиҙың яҙмаларында күрһәтелгәнсә, 18-се быуат аҙағында иң ябай башҡорттоң да 30-50 аты булған, күптәренең 500 башҡа еткән, байҙарҙың 1000, ҡайһыларының 2000 һәм унан да күберәк булған.
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Йылҡысылыҡ» битенән алынған