Магна Һунгария: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
YANBEK (фекер алышыу | өлөш)
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
1 юл:
[[File:FriarJulianJourney.png|thumb|Магна Һунгария]]
'''Магна Һунгария''' ({{lang-la|Magna Hungaria, Hungaria maior}}, {{lang-hu|Nagy-Magyarorszag}}, {{lang-ru|Великая или Древняя Венгрия }}) – [[Плано Карпини]]ҙың (13 быуат) юл отчетында иҫкә алынған этно-территориаль төшөнсә. Сығанаҡтарҙа аныҡ мәғлүмәттәрҙең булмауы венгр ҡәбиләләренең Көнсығыш [[Европа]]ла төйәкләнеүе тураһында һәм «Магна Һунгария» реаль йәшәүе хаҡында күп һанлы гипотезалар тыуҙырған. Дискуссияла [[Рәсәй]] һәм [[Венгрия]] лингвистарының, тарихсыларының, этнографтарының һәм археологтарының бер нисә быуыны ҡатнашты. «Магна Һунгария» Төньяҡ Кавказда (Б.Мункачи), Түбәнге [[Волга]] буйында (А.П.Смирнов), [[Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы]]ның көнбайыш ипкенендә (Р.Ғ.Кузеев, Т.М.Гарипов), Урта Волга буйының урман-дала райондарында (П.Д.Степанов) урынлашыуы тураһында фекерҙәр әйтелде. Хәҙерге заманда тарихи-археологик әҙәбиәттә ике ҡараш өҫтөнлөк итә. Е.А.Халиҡова, А.Х.Халиҡов, Е.П.Казаков, В.А.Иванов һәм башҡалар фекере буйынса, «Магна Һунгария» хәҙерге Башҡортостандың урман-дала райондарында боронғо венгр-мадьярҙар ҡалдырған Кушнаренко һәм Ҡараяҡуп мәҙәниәттәре таралған урында булған. Н.А.Мәжитов был ҡомартҡыларҙы боронғо [[башҡорттар]] менән бәйле тип иҫәпләй, ә күп тапҡырҙар тап килгән башҡорт-венгр лингвистик параллелдәренең [хәҙерге [[Венгрия]] территорияһында [[Башҡортостан]]дағы «[[Һаҡмар]]», «[[Таҙлар]]», «Туҡсаба», «Уриал», «[[Дим]]» һәм башҡа ер-һыу атамаларының ҡабатланыуы, «дьярмат» (башҡортса «[[юрматы]]»), «ене» (башҡортса «[[йәнәй]]»), «тарҡан» (башҡортса «тархан»), «кеси» (башҡортса «кесе») һәм башҡа этнонимдарҙың] булыуын боронғо башҡорттарҙың бәшнәктәр менән ҡәбиләләр союзына инеп, 11 быуат уртаһында Паннония территорияһына күсенеуе менын аңлата<ref> Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе. /Баш мөхәррир Р.З.Шәкүров. – Өфө: “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 392 бит </ref>.