Айлыҡ шалҡан: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
21 юл:
== Яҙма ==
Айлыҡ шалҡан — Ер шарының күпселек илдәрендә йәшелсә булараҡ үҫтерелгән үҫемлек. Йәшелсә булараҡ тамыр аҙығы ҡулланыла. Уның урыҫса атамаһы {{lang-la|radix}} — тамыр тигән һүҙҙән килеп сыҡҡан.
 
Был йәшелсәнең тамыры ғына түгел, япраҡтары ла ашарға яраҡлы, организм өсөн файҙалы. Редисты асыҡ тупраҡҡа апрель аҙаҡтарында уҡ ултыртырға мөмкин.
Редис сәскәндән һуң 30 – 45 көндән өлгөрөп етә, шуға ла уны бер миҙгелдә ҡабат-ҡабат ултыртырға була. Бер ҡараһаң, уны үҫтереүҙең бер ауырлығы ла юҡ кеүек, шулай ҙа бөтә йәшелсәләр кеүек үк, уның да наҙлы, үҙенсәлекле яғы бар.
Иң тәүҙә, редис үҫкән түтәлдәр ҡояшҡа ҡарап торорға тейеш. Әйткәндәй, был йәшелсә күсереп ултыртыуға бер ҙә ҡаршы түгел, яңы урынға тиҙ генә ылығып, артабан үҫеп китә. Баҡсаһында уңышты химикаттар ҡулланмай ғына үҫтерергә теләүселәр редис сәселгән түтәлгә ағас көлө, күпләп тиреҫ индерә ала. Ҡоротҡос бөжәктәрҙән ҡотолоу өсөн үҫемлектәргә һарымһаҡ төнәтмәһе, тәмәке туҙаны һәм көл һибәләр.
Ә инде баҡсаһында урынды экономияларға тырышҡандар редисты кишер, һуған түтәлдәренең ситенә сәсә ала. Ул тиҙ үҫеп еткәс, башҡа йәшелсәләрҙе ҡыҫырыҡлап өлгөрмәйәсәк.
Редис орлоҡтары 1,5 – 2 сантиметр тәрәнлеккә сәселә, йәшелсә артыҡ эре түгел, шуға ла үҫемлектәрҙең араһы 4 – 5 сантиметр ғына булыуы ла етә.
Йәшелсәне әллә ни оҙаҡ һаҡлап булмай, һыуытҡыста ул дүрт көн тәмен дә, сифатын да юғалтмай тора ала. Ә инде япраҡтары ҡырҡылған, герметик ҡапҡа һалынғандары ике аҙна тирәһе һаҡлана.
Редистың һабаҡтарын, япраҡтарын салат эшләгәндә, аш бешергәндә ҡулланырға була, бик тәмле килеп сыға.
Редисты шулай уҡ ҡатыҡ менән окрошка әҙерләгәндә күпләп ҡулланырға мөмкин. Ғөмүмән, был йәшелсә һөт аҙыҡтары менән бик дуҫ, уларҙы ҡушып ашау тәмле лә, организмға ла файҙалы.
 
== Ҡыҙыҡлы мәлдәр ==
«Редис», – тип әйтеү менән иҫкә иң тәүҙә билдәле комедиялағы: «Редиска – нехороший человек», – тигән лаҡап килеп төшә. Тик был лаҡап бер ҙә генә лә редис – насар йәшелсә, тип уйларға нигеҙ бирмәй.
 
== Аш әҙерләү рецептары ==
 
=== Ҡыҫала менән салат ===
 
5 – 6 редис, 10 ҡыҫала, йәшел һуған, йәшел тәмләткестәр, 2 – 3 аш ҡалағы ҡаймаҡ, тоҙ.
Ҡыҫаланы бешерергә, уның ашарға яраҡлы өлөшөн бысаҡ менән ваҡларға. Редисты түңәрәкләп ҡырҡырға, уға һуған, тоҙ һалып бутарға, ҡыҫала итен ҡушып, өҫтөнә ҡаймаҡ ҡойорға. Салаттың өҫтөнә ҡыҫаланың ыуылдырығын, йәшел тәмләткестәрҙе һибергә.
 
=== Ҡаймаҡлы салат ===
 
5 – 6 редис, 1 йомортҡа, ярты стакан ҡаймаҡ, әнис, петрушка.
Редисты йыуырға ла йоҡа ғына итеп түңәрәкләп ҡырҡырға. Бешерелгән йомортҡаның һарыһын айырып алып, ҡаймаҡ, тоҙ менән бергә иҙергә, ошо массаға редисты, ваҡлап туралған йомортҡа ағын hалып бутарға. Салаттың өҫтөнә йәшел тәмләткестәр һибергә.
 
== Иҫкәрмәләр ==
{{примечания}}
 
== Һылтанмалар ==
* http://yeshlek-gazeta.ru/2008/04/22/sh1241khsi-khuzhaly1185.html
* {{Из БСЭ|http://slovari.yandex.ru/dict/bse/article/00065/57100.htm}} {{v|10|5|2009}}
 
[[Категория:Кәбеҫтә һымаҡтар]]
[[Категория:Тамыр аҙыҡтар]]