Башҡорт алфавиты: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
330 юл:
 
== Компьютер технологияларында ҡулланыу ==
[[Файл:Образец раскладки.png|thumb|right|250px|Клавиатурада башкҡорт хәрефтәр тупланма]]
[[Файл:KB Bashkir.svg|thumb|right|250px|[[Windows]] операцион системаларының Windows Vista версияһынан алып кертелгән башҡорт теле ҡатламы]]
Компьютер технологияларында кириллик хәрефтәр өсөн ҡулланылған кодлауҙарҙа ([[КОИ8]], [[Windows CP 1251]] һ.б.) кириллик графика нигеҙендә төҙөлгән башҡа тел алфавиттарының үҙенсәлекле хәрефтәре өсөн буш код ҡалмай ([[украин теле|украин]], [[белорус теле|белорус]], [[серб теле|серб]] һәм [[македон теле|македон]] хәрефтәренән башҡа). Һөҙөмтәлә был милләттәрҙең алфавиты өсөн компьютер шрифттарын булдырыуҙы шәхси фирмалар йәки һәүәҫкәр оҫталар үҙ өҫтөнә ала. Хәҙерге көндә башҡорт хәрефтәрен сағылдырған шрифттар бихисап. Әммә барыһының да бик ҙур кәмселеге бар – был шрифттар бер-береһе менән ҡуша ҡулланыу өсөн яраҡлаштырылмаған, йәғни бер шрифттан икенсеһенә күскән хәлдә күпселек символдар мәғәнәһен юғалта. Һәм тағы ла бер кире яғы – был шрифттар ҡайһы компьютерға ҡуйылған, шунда ғына уҡыла, шулай итеп, улар башлыса йыйылған башҡорт текстарын ҡағыҙға баҫып сығарыу өсөн генә яраҡлы.