Лазер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
21 юл:
Башҡортостанда лазер технологиялары 20 быуаттың 80‑се йылдар аҙағынан алып сәнәғәттең төрлө өлкәләрендә, медицинала һ.б. индерелә башлай. Лазер технологиялары эшкәртелә торған материалға билдәле урында ғына тәьҫир итеү, технологик процестарҙы теләһә ниндәй мөхит эсендә (вакуумда, газда, шыйыҡлыҡта, ҡаты есемдә) үткәреү, ябыҡ арауыҡтағы эшкәртеү зоналарына энергияны контактһыҙ ысул м‑н тапшырыу мөмкинлеген бирә. Юғары етештереүсәнлекте, энергия һәм материалдарҙы һаҡлап тотоноуҙы, эшкәртеүҙең аныҡлығын һ.б. тәьмин итә.
 
== Лазер технологиялары буйынса эшләгән ғалимдар ==
Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институтында Д.Ә.Ғәниев, Г.И.Рассохин, Р.М.Әхмәтдинов һ.б. тарафынан үткәргес торбаларҙың бөгөлгән тармаҡтары арҡыры киҫелешенең ҡалдыҡ деформацияһын контролдә тотоу һәм фактик характеристикаларын үлсәү өсөн БЛИК-ГИБ контактһыҙ лазер үлсәү комплексы уйлап табыла, ул “Башкирэнерго” ААЙ‑нда индерелә. ӨМЭПБ‑ла, Күмертау авиация производство пр‑тиеһында, “Гидравлика” ФДУП‑ында, ӨАПБ‑ла, ӨПЭПБ‑ла, Етештереү технологияһы һәм уны ойоштороу институтында һ.б. тутыҡмай торған ҡоростан, титан иретмәләренән, керамиканан яһалған деталдәрҙә бәләкәй диам. (0,8 мм тиклем) тишектәр тишеү, 5 мм тиклем ҡалынлыҡтағы табаҡлы материалды лазер м‑н ҡырҡыу, гравёрлау, иретеп йәбештереү, ҡырҡҡыс инструментты нығытыу, шаблондар киҫеп алыу һ.б. өсөн лазер технологиялары индерелә.
 
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Лазер» битенән алынған