Лазер: өлгөләр араһындағы айырма

Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Үҙгәртеү аңлатмаһы юҡ
ә Робот: косметик үҙгәртеүҙәр
1 юл:
[[Файл:Laser.jpg|300px|thumb|right|Лазер (лаборатория [[NASA]]).]]
[[Файл:RGB laser.jpg|300px|thumb|right|Лазер (красный, зеленый, синий).]]
'''Лазер''' — оптик квант генераторы (ингл. Light Amplification by Stimulated Emission of Radiation — мәжбүри нурланыш ярҙамында яҡтылыҡты көсәйтеү), оптик диапазондағы электромагнит нурланыш генераторы; оптик генератор -- тулҡыны билдәле бер оҙонлоҡта булған, бик нәҙек, көслө нур сығанағы<ref>Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)</ref>; квант системаһына тәьҫир итеп, системанан ҡыҫҡа ваҡытлы, нәҙек һәм бер йүнәлештәге яҡтылыҡ нурҙары сығарыусы генератор<ref>Русско-башкирский, башкирско-русский словарь терминов по физике (Х.Х.Кадырметов, 1984)</ref>; квант системаһына тәьҫир итеп, нәҙек һәм бер йүнәлештәге яҡтылыҡ нурҙары сығарыусы генератор<ref>Русско-башкирский словарь терминов по астрономии (В.С.Сулейманов, З.А.Сиразитдинов, 2009)</ref>.
Лазер механизмы актив мөхиттәге мәжбүри нурланышты файҙаланыуға нигеҙләнгән.
 
== Төрҙәре ==
 
Актив мөхит төрө буйынса — газлы, шыйыҡ, ҡаты есемле (ярым үткәргесле һәм ирекле электрондарҙа), эшләү режимы буйынса — өҙлөкһөҙ һәм импульслы, генерация тулҡынының оҙонлоғо буйынсаса күҙгә күренгән һәм инфраҡыҙыл диапазондағы лазерҙарға айыралар
 
== Тәьҫир итеү принцибы һәм ҡулланылышы ==
Ғәҙәти оптик нурланыш сығанаҡтарынан сыҡҡан нурланыш параметрҙары (когерентлыҡ, монохроматлыҡ һ.б.), эшләү принцибы (эш башҡарыусы мөхиттең тултырыу инверсияһын тыуҙырыуға нигеҙләнгән) һәм төҙөлөшө (актив элемент, ҡыҫыу системаһы һәм 2 айырыуса ныҡ сағылдырған көҙгөнән — уларҙың береһе ярым үтә күренеүсән — торған оптик резонаторы бар) менән айырыла. Лазер физикала, химияла, биологияла, медицинала, электронлы, шул иҫәптән хәрби, техникала , автомобиль сәнәғәтендә, караптар, машиналар эшләүҙә , элемтәлә һ.б. ҡулланыла. 20 б. 70‑се йылдарҙа.
 
== Лазер буйынса тикшеренеү эштәре ==
Башҡорт дәүләт университетының лазер тикшеренеүҙәре лабораторияһында лазер яһау һәм ғәмәлгә индереү буйынса эштәр башлана. Алюмоиттрийлы гранат кристалы нигеҙендә эрбий иондары (3 микронлы лазер) ҡатыштырылған, полярлаштырылған сығарыу урыны булған наносекундлы лазер тәжрибә экземпляры, неодим иондары ҡатышмаһы булған алюмоиттрий гранаты кристалы нигеҙендәге махсус тәғәйенләнешле лазер (А.Ғ.Аҡманов, А.М.Вальшин, Б.Ғ.Шакиров, Ә.Ғ.Ямалетдинов) һ.б.; тиҫкәре кире бәйләнешле микросекундлы лазер тәжрибә экземплярҙары 1986—88 йылдарҙа СССР ФА‑ның Йыһан тикшеренеүҙәре институтында (Мәскәү) индерелә, квазиөҙлөкһөҙ лазер — резисторҙарҙы яраҡлаштырыу һәм ҡалын плёнкалы гибрид интеграль схемаларҙы көйләү өсөн 1989 йыл С.М.Киров ис. Башҡортостан ҒПБ‑нда , “Квант‑М” ҡулайламаһы составында гибрид интеграль схемаларҙың керамик плиталарын тәрән итеп сыймаҡлау өсөн 1989—91 ййылдарҙа Өфө “Полигон” ААЙ ҒПП‑нда индерелә. ӨДАТУ‑ла С.Т.Күсемов етәкселегендә ҡеүәтле лазер нурланышының параметрҙарына идара итеү өлкәһендә тикшеренеүҙәр үткәрелә.
 
== Шулай уҡ ҡара ==
* [[Оптик элемтә]]
* [[Лазер технологиялары]]
109 юл:
* [http://www.physics-online.ru/PaperLogos/6337/%C2%FB%F1%EE%EA%EE%FD%ED%E5%F0%E3%E5%F2%E8%F7%E5%F1%EA%E8%E5%20%EB%E0%E7%E5%F0%FB.pdf Из истории создания высокоэнергетических лазеров и лазерных систем в СССР], профессор, к.ф.м.н П. В. Зарубин, д.т. н. С. Д. Польских
* [http://elementy.ru/news/431618 Лазер на основе биологической клетки]
 
 
 
[[Категория:Лазерҙар|*]]
«https://ba.wikipedia.org/wiki/Лазер» битенән алынған